Сәләмәт булайыҡ
23 Июль 2021, 05:18

“Беҙ битлек кейеүҙән ҡотолдоҡ”

pixabay.compixabay.com
Фото:pixabay.com

Өс йыл буйы Израилдә йәшәгән ҡатындың был илдә вакцинацияның нисек үтеүе, халыҡтың уға мөнәсәбәте, битлек кейеүҙән нисек ҡотолоуҙары тураһында һөйләүе һәр кем өсөн фәһемле булыр. “Башинформ”агентлығы мәғлүмәттәренә таянып, Өфө ҡалаһы ҡыҙы Алена Кожевникованың Израилдә локдаундарҙы нисек кисереүҙәрен яҙмаҡсыбыҙ.

Яҡташыбыҙ бынан өс йыл элек ире һәм улы менән сит илгә йәшәргә киткән. “Беҙ Израилдең төньяғында, Хайфа ҡалаһы эргәһендә йәшәйбеҙ. Тәүҙә вакцинаны табиптар яһатты, аҙаҡ өлкәндәр алды. Яйлап сират 35-55 йәшлектәргә килеп етте. Хәҙер 13 йәштән ҙурыраҡ балаларға ла Pfizer вакцинаһы яһала.

Яңыраҡ Израилдә бөтә сикләүҙәрҙе ғәмәлдән сығарҙылар, хатта битлек кеймәһәң дә була. Быға коллектив иммунитет сәбәпсе. Вакцина яһатҡан кешеләргә бик рәхмәтлебеҙ. Беҙҙә халыҡ яҡшы ойошҡан, карантиндар ҙа, гел өйҙә ултырған саҡтар ҙа булды. Өйҙән бер километрҙан ары китергә мөмкинлек булманы. Балалар баҡсалары, дөйөм туҡланыу предприятиелары ябылды. Дүрт айға һуҙылды был сикләүҙәр.

Кешеләр ҡәҙимге тормошҡа ҡайтыу теләге менән янды, шуға күрә прививка яһатырға ашыҡты. Әлбиттә, бында ла вакцина яһатыуға ҡырҡа ҡаршы тороусылар булманы түгел. Митингтар ойошторҙолар, “йәшел паспорттар”ға ҡаршы протест белдерҙеләр. Шулай ҙа күпселек вакцина яһатыу яғында булды. Ҡайһы берәүҙәр, көноҙоно сиратта торорға мөмкинлеге булмағас, мобиль пункттарҙың эштәре тамамланған ваҡытты көтөп алып, ҡалған препараттарҙы ҡаҙатырға ашыҡты.

Февраль айында илдә прививкаланған граждандарға өҫтөнлөк биргән “йәшел паспорт” ғәмәлгә индерелде, уның менән ресторандарға, магазиндарға һәм спорт залдарына йөрөү рөхсәт ителә. Беҙҙә прививка яһатыр алдынан антиесемдәргә тест тапшырмайҙар.

Бөтә йәмәғәт даирәһендә зшләгән һәр кем – балалар баҡсалары, фитнес үҙәктәре, дөйөм туҡланыу тармағы хеҙмәткәрҙәре – мотлаҡ прививка яһатырға тейеш. Прививканан баш тартҡандар, эштән ситләтелгәс, дәғүәләрен белдереп ҡарағайны, суд эш биреүселәрҙе яҡланы, сөнки улар граждандарҙың һаулығы өсөн яуап бирә.

Һуңғы мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, Израилдә тикшереү үткән 20 мең кешегә вирусты йоҡторған 20 ауырыу тура килә. Сәбәбе – кешеләрҙең сәйәхәт итеүендә һәм уларҙың изоляцияға китмәүендә.

“Иң мөһиме – беҙ хәҙер битлекте систек, шул иҫәптән магазиндарҙа ла, йәмәғәт транспортында ла кеймәйбеҙ. Бары ҡарттар йорттарында, клиникалар­ҙың махсус бүлектәрендә генә уны кейеү талап ителә. Битлекһеҙ йөрөп тә өйрәнергә кәрәк икән, ҡайһы ваҡыт икеләнеп, салбар кеҫәһенә битлекте һалып алғаныңды үҙең дә һиҙмәй ҡалаһың. Хәҙер ата-әсәләр балаларын вакцина эшләтергә йөрөтә. “Ни өсөн илдә халыҡ шул тиклем ойошҡан, уртаҡ һүҙле?” тигән һорау миндә лә тыуғаны бар. Моғайын, ирҙәрҙең дә, ҡатын­дарҙың да армияла хеҙмәт итеүе сәбәпселер. Хәүеф килгәндә, уларҙың баш мейеһе башҡаса эшләй – тиҙ генә йыйына, әйткәнде аныҡ үтәй беләләр. Артабан тыныс йәшәү өсөн бары прививка яһатырға кәрәк”, – тине яҡта­шыбыҙ Алена.

Динә Арыҫланова. 

Читайте нас