Сәләмәт булайыҡ
23 Июль 2021, 07:30

Беҙҙе вирустан һаҡларлыҡ башҡа сара юҡ

"Был зәхмәт менән башҡаса "осрашырға" теләмәйем..."

Беҙҙе вирустан һаҡларлыҡ башҡа сара юҡБеҙҙе вирустан һаҡларлыҡ башҡа сара юҡ
Беҙҙе вирустан һаҡларлыҡ башҡа сара юҡ

Республикала тотош хеҙмәт коллективтары вакцина ҡаҙата, сөнки әлегә вакцинациянан башҡа беҙҙе һәм яҡындарыбыҙҙы мәкерле вирустан һаҡлаусы сара юҡ.

"Мин тәүге вакцинаны - июнь айында, ә икенсеһен июлдә эшләттем. Был аҙымды төрлө яҡлап уйлағандан һуң ғына яһаным. Былтыр көҙ коронавирус менән сирләгәндән һуң, был зәхмәт менән башҡаса "осрашырға" теләмәйем. Беҙҙең мәктәп коллективындағы 56 педагогтың 47-һе вакцина яһатты. Был яҡшы күрһәткес, әйтергә кәрәк, коллегаларым был аҙымға үҙҙәре теләп барҙы. Ҡалғандары ла яҡын арала үҙенең хәүефһеҙлеген ҡайғыртмаҡсы.

Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы республика уҡытыусыларына 1 сентябргә тиклем коронавирустан прививка яһатырға тәҡдим иткәйне. Медицина күрһәтмәһенән тыш вакцинациянан баш тартҡан осраҡта, уҡытыусыларға белем бирергә рөхсәт итмәүҙәре мөмкин. Министрлыҡтың 2021 йылдың 15 июлендәге бойороғона ярашлы, вакцинация үткән уҡытыусыларҙы дәртләндереү өсөн өҫтәмә ял көндәре бирелә, хеҙмәт хаҡы ла һаҡлана", - тине Өфөнөң 61-се гимназияһы уҡытыусыһы Лилиә Кинйәғолова.

Фото: VK.com

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас