Сәләмәт булайыҡ
23 Июль 2021, 09:30

Cирҙәр ауырая бара...

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тағы биш ауырыуҙы табиптар ҡотҡара алмаған...

Cирҙәр ауырая бара...Cирҙәр ауырая бара...
Cирҙәр ауырая бара...

Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итеүенсә, һуңғы тәүлектә республикала коронавирус инфекцияһын йоҡторғандар 245-кә артып, бөтәһе 46 211 кеше тәшкил итте. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тағы биш ауырыуҙы табиптар ҡотҡара алмаған.

Әле 2 125 сирле амбулатор шарттарҙа, 668 пациент стационарҙарҙа дауалана. 64 ауырыуҙың хәле ауыр, һигеҙе үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған, тип хәбәр итә табиптар. Тәүлек эсендә сирҙе эләктергәндәрҙең күбеһе Өфөлә теркәлгән (74), Күмертауҙа (25), Учалы районында (24), Нефтекама ҡалаһында ла (16) вирусты йоҡторғандар байтаҡ. Үкенескә күрә, сирлеләр артыу менән ауырыу ағышы ла ауырая бара, үлем осраҡтары йышайҙы. Көсөргәнешле хәлде яйға һалыуҙың сараһы бер генә - вакцина яһатыу.

Фото: prufy.ru

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас