

Имән тураһында һүҙ сыҡһа, беҙ уны мөһабәт, көслө, ел-дауылға бирешмәҫ ағас итеп күҙ алдына килтерергә ғәҙәтләнгәнбеҙ. Ул – оҙон ғүмерлелек, ҡоростай һаулыҡ символы ла. Әммә донъяла уны ҡеүәте өсөн генә түгел, фитотерапиялағы ҡиммәтле үҙенсәлектәре өсөн дә юғары баһалайҙар. Имәндең иң ҡиммәтле өлөшө – уның ҡайыры.
Шуныһын да белеп ҡуйығыҙ: имән ҡайыры рәсми рәүештә дарыу үләндәре белешмәһенә индерелгән, медицинала антисептик һәм бәйләүсе, ҡатырыусы сара булараҡ та ҡулланыла. Унан тыш, имән ҡайыры ҡайнатмаһын диарея, гинекология, ашҡаҙан-эсәк сирҙәрен дауалауҙа йыш файҙаланалар, сөнки унда бик ҡиммәтле биологик әүҙем берләшмәләр бар. Мәҫәлән, патогенлы микрофлора эшмәкәрлеген юҡҡа сығарыусы дуплау матдәләре, микробтарға ҡаршы тороусы катехиндар, аш һеңдереү ағзалары эшмәкәрлеген яйға һалыусы пектиндар шулар рәтендә. Ҡайырыла аҡһым, крахмал, флавоноидтар күп булғанлыҡтан, уны күҙәнәктәр һәм туҡымаларҙы тергеҙеүҙә, йәрәхәттәрҙе уңалтыуҙа уңышлы файҙаланалар.
Имән ҡайырының файҙаһы ҙур булыуға ҡарамаҫтан, башҡа дарыуҙар менән бергә ҡулланғанда, табиптан кәңәш һорарға онотмағыҙ. Бауыры сирлеләргә, бөйөрҙәре етди патологияға дусар һәм аллергиянан, эс ҡатыуҙан йонсоған кешеләргә имән ҡабығынан әҙерләнгән ҡайнатма, төнәтмәләрҙе эсеү тыйыла. Ғөмүмән, уларҙы ике аҙнанан да оҙағыраҡ эсеү йәки дозаһын арттырыу ярамай, файҙаһынан зыяны күберәк булыуы ихтимал. Имән ҡабығын фитотерапияла, нигеҙҙә, ауыҙҙы һәм тамаҡты сайҡатыу, компрестар яһау өсөн файҙаланалар.
Уны шулай уҡ теште, теш ҡаҙнаһын нығытыу, ҡан китеүен туҡтатыу, патогенлы бактерияларға ҡаршы көрәшеү, диареяны туҡтатыу, аяҡтар тирләүен кәметеү өсөн дә уңышлы ҡулланалар.
Рәсми медицина имән ҡабығын дауалауҙа ярҙамсы һәм иҫкәртеү сараһы булараҡ ҡарай, һәр осраҡта ла табип кәңәшенә таянырға кәрәк.
- Динә АРЫҪЛАНОВА әҙерләне.