Сәләмәт булайыҡ
23 Июль 2021, 14:15

Ирекмәндәр “ҡыҙыл зона” табиптарын эшкә йөрөтә

Медицина хеҙмәткәрҙәре үҙҙәре тураһында хәстәрлек күргән ирекмәндәрҙең хеҙмәтен юғары баһалай.

Ирекмәндәр “ҡыҙыл зона” табиптарын эшкә йөрөтәИрекмәндәр “ҡыҙыл зона” табиптарын эшкә йөрөтә
Ирекмәндәр “ҡыҙыл зона” табиптарын эшкә йөрөтә

“Такси. Хәстәрлек” проектына ярашлы, Берҙәм ирекмәндәр штабы ағзалары “ҡыҙыл зона”ла эшләгән табиптарҙы дауаханаларға илтә. Өфө районының Зубов ауылындағы клиник-диагностика үҙәге табибы Валентина Харченко әйтеүенсә, эшкә таксиҙа барыу бик уңайлы, арытмай, энергияны һаҡлауға булыша.

"Әле, ысынлап та, сирлеләр күп, уларҙың араһында прививка яһатҡандар аҙ. Вакцина эшләткәндәр сирҙе еңелерәк үткәрә", - ти табип. Үҙҙәре тураһында хәстәрлек күргән ирекмәндәр хеҙмәтен медицина хеҙмәткәрҙәре юғары баһалай.

"Ирекмәндәрҙең тырышлығы арҡаһында эшкә тыныс күңел менән юлланаһың. Ваҡытында барып етеүеңә шик юҡ. Иртәнге сәғәт 8-гә үҙең барып етеүе ауыр, шулай уҡ өйгә ҡайтыу ҙа оҙаҡ. Рәхмәт ирекмәндәрҙең барыһына ла", - ти табип-инфекционист Екатерина Ратищева.

Берҙәм ирекмәндәр штабы колл-үҙәге модераторы Гөлшат Мөхәмәтшина әйтеүенсә, улар рәтендә һигеҙ меңдән ашыу кеше иҫәпләнә. Пандемияның тәүге көндәренән халыҡҡа ярҙам итәләр. Өлкәндәргә аҙыҡ-түлек, дарыуҙар алып баралар, вакцинация пункттарына илтәләр, бәлә-ҡаза эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашалар. Яҙ һыу баҫҡанда, йәй дауыл ҡупҡанда ла улар ярҙамға килгән.

"Беҙҙең барыбыҙҙың да ғаиләһе бар. Тәүҙәрәк ковид-госпиталдәргә барыу ҡурҡыныс тойолдо. Әммә беҙ “ҡыҙыл зона” табиптарына ярҙам кәрәклеген яҡшы аңлайбыҙ. Ҡыйыу эштәргә тотонған ирекмәндәр һаны артыуын дауам итә", - ти Гөлшат Мөхәмәтшина.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, “Такси. Хәстәрлек” акцияһына ярашлы, үткән йылдың декабренән ирекмәндәр көсө менән 39 мең тапҡыр табиптарҙы илтеү башҡарылды. Шәхси автомобиле булмаған 408 медицина хеҙмәткәре өсөн ойошторолдо был ярҙам. Июль айында ауырыуҙар артыу сәбәпле, акция яңынан тергеҙелде.

Фото: ”Берҙәм Рәсәй” партияһы.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас