Сәләмәт булайыҡ
23 Июль 2021, 06:27

Көртмәле генә тимәгеҙ...

Емештәре күкһел-ҡара йәки ҡара был емештең тәме бик үҙенсәлекле. Унан хужабикәләр, ғәҙәттә,  ҡайнатма, ҡаҡ йәки кеҫәл әҙерләй, бәлеш бешерә. Көртмәлене ҡышҡылыҡҡа туңдырыусылар ҙа юҡ түгел.

Белеүебеҙсә, был емеш артыҡ татлы түгел, сөскөлтөм тәмле. Унда марганец, кальций, флавоноидтар,  А, С һәм В витаминдары күп.

Элек-электән көртмәлегә күҙҙе нығытыусы, күреү һәләтен яҡшыртыусы емеш тип ҡарағандар.

Был йәһәттән ҡара көртмәле бигерәк тә файҙалы. Ул күреү һәләтен яҡ­шыртыусы биологик әүҙем матдәләргә бай. Белгестәр билдәләүенсә, лаборатория тәжрибәләре көртмәле ашау­ҙың ҡайһы бер күҙ ауырыуҙарын иҫкәртеүен йәиһә дауалауҙа яҡшы һөҙөмтә килтереүен күрһәткән. Офтальмологияла, ҡағиҙә булараҡ, көртмәле экстракты ҡулланыла.

Күҙҙең күреү һәләтен ҡара көртмә­ленән әҙерләнгән төнәтмә һәм сәй ҙә яҡшырта. Мәҫәлән, 15 грамм бешкән емешкә 200 миллилитр ҡайнар һыу ҡойоп, көнөнә өс-дүрт тапҡыр 1/4 – 1/2 стакан эсергә.

Ғөмүмән, күреү һәләтен һаҡлау йәһәтенән йәшелсә, еләк-емеш, шулай уҡ кәрәкле витаминдар һәм туҡлыҡлы матдәләр менән байытыусы шифалы үләндәр ҙур файҙа бирә. Ҡыҙғылт-һары, һары һәм йәшел төҫтәге йәшелсәлә, еләк-емештә, мәҫәлән, кишерҙә, ҡыҙыл бороста, помидорҙа, йәшел  һуған менән шпинатта, ҡуҙға­лаҡта, абрикоста, миләштә булған А витаминын ашау кәрәклеге хаҡында онотмайыҡ.  Дөрөҫ, кишерҙә бета-каротин күп, әммә уны күҙгә файҙаһы булған А витаминына әйләндереү өсөн мотлаҡ ҡаймаҡ йә май ҡушып ашарға кәрәк.

Лютеиндың да ыңғай йоғонто яһағанлығын хәтерҙән сығармайыҡ. Ул күҙҙәр өсөн зарарлы ультрафиолет нурҙарҙы йота, күҙәнәктәрҙең бөтөн­лөгөн һәм күреү һәләтен һаҡлай икән. Ул шулай уҡ ҡыҙғылт-һары төҫтәге йәшелсәлә, еләк-емештә, кишерҙә, ҡабаҡта, хөрмәлә һәм виноградта күп.

Күҙ алмаһына В2 витамины ла бик файҙалы. Был витамин етмәгәндә, күҙ ауырта башлай, яҡтылыҡтан ҡурҡа, күҙ ҡабағының лайлалы ҡатламы ялҡынһына. В2 витамины йәшел борсаҡта, помидорҙа, кәбеҫтәлә, алмала, ҡыҙыл көртмәлелә, шулай уҡ арахиста һәм миндалдә бар.

Әле йәйҙең иң хозур, йәшелсәгә, еләк-емешкә бай осоро. Тәбиғәт байлығы, сәләмәтлегебеҙ өсөн файҙалы ризыҡ хатта аяҡ аҫтында ғына, тип әйтергә мөмкин, шуға күрә еләк-емеште йыйып ҡалайыҡ, мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырмайыҡ.

- Айһылыу НИЗАМОВА әҙерләне. 

Читайте нас