

Тәүге вакциналарҙы боронғо Ҡытайҙа һәм Һиндостанда балаларҙы сәсәк ауырыуынан ҡотҡарып ҡалыу өсөн эшләргә маташҡандар. Шул дәүерҙән алып кешелеккә вакцина ярҙамында әллә күпме үлемесле сиргә ҡаршылыҡ күрһәтеп, күбеһен еңергә мөмкин булған.
Вакцина – биологик сығышлы медицина препараты, билдәле вирусҡа ҡарата организмға иммунитет биреүсе. Ғәҙәттә, вакцинала сирҙе барлыҡҡа килтереүсе микроорганизмды хәтерләтеүсе агент була.
Сәсәк
Был сир биҙгәк тыуҙыра, тирелә һәм лайлалы тиресәләрҙә сабыртма сыға, күҙ күреүе насарлана йәки кеше бөтөнләй һуҡырая, элекке шешектәр урынында йөйҙәр ҡала. Ниндәй штамм булыуына ҡарап, үлем күрһәткесе 1 проценттан 90 процентҡа тиклем тәшкил иткән. Бер нисә меңъйыллыҡтар буйы сир кешелекте ыҙалатҡан. Урта быуаттарҙа Европала ғына ла унан йылына миллион ярым кеше ҡырылған.
1796 йылда Эдвард Дженнер сәсәктән вакцина уйлап тапҡан. Бары прививка ярҙамында ғына был сирҙе еңә алғандар. 1958 йылда совет табиптары киң күләмдә вакцина яһауҙы тәҡдим иткәндән һуң ғына, сир тулыһынса еңелгән. Сәсәккә ҡаршы бөтә донъя илдәре көрәшкән. Был сирҙе йоҡтороуҙың һуңғы осрағы тәбиғи мөхиттә 1977 йылда теркәлгән. Әлеге ваҡытта сәсәк вирустары ике лабораторияла ғына һаҡлана – Рәсәйҙең “Вектор” үҙәгендә һәм АҠШ-тың CDC лабораторияһында. Әйтергә кәрәк, халыҡтың бөтәһе лә вакцина яһатыу яҡлы булмаған, хатта “вакцина эшләткәндән һуң мөгөҙ үҫә” тигән имеш-мимештең киң таралғаны билдәле.
Ваба
Ваба сирен (холера) үләт тип тә атап йөрөткәндәр. Ул киҫкен эсәк инфекцияһын тыуҙыра, эс китеү, уҡшыу, ҡоҫоу күҙәтелә. Бысраҡ һыу аша, ауырыу менән аралашҡанда йоға. Ул кешелекте борон-борондан эҙәрлекләп йөрөй. Ошо осорҙа донъяла бер нисә миллион кешенең ғүмерен ҡыйҙы. Рәсәйҙә 1848 йылда, вабаның өсөнсө тулҡынында, ике миллионға яҡын кеше сирҙе эләктергән һәм шуның 690150-һе вафат булған.
Донъяла сирҙең таралыуын 1870 йылда ғына туҡтата алғандар. Француз микробиологы Луи Пастер вабаның тауыҡ вирусы нигеҙендә донъяла беренсе тере бактериаль вакцинаны эшләгән. Бөгөн дә планетала сир усаҡтары ҡабынып-ҡабынып ала. Айырыуса ярлы илдәрҙә тәбиғи бәлә-ҡаза ваҡытында был проблема ҡырҡыулығын юғалтмай. Йыл һайын донъяла өс миллиондан биш миллионға тиклем кеше сирләй, 100 меңдән ашыу үлем осрағы теркәлә. Сирҙе иҫкәртергә мөмкин, ти табиптар. Бының өсөн вакцинаның ике төрө файҙаланыла, ул беҙҙе ике йыл буйы һаҡлаясаҡ.
Туберкулез
ХХ быуатҡа тиклем уны дауалай алмағандар. XIX быуатта туберкулездан Европаның һәр етенсе кешеһе һәләк булған. Был сир үпкәне зарарлай, ауырыған кешегә йүткереү, ябығыу, организмдың ағыуланыуы, төндә ныҡ тирләү хас.
Тәүге вакцинаны 1921 йылда Пастер институтында уйлап тапҡандар. Яңы тыуған сабыйҙарға ҡаҙайҙар, БЦЖ тип йөрөтәбеҙ уны. Өҫтәүенә комплекслы һаҡланыу өсөн антибиотиктар барлыҡҡа килде. 1943 йылда – стрептомицин, аҙаҡ бөгөн дә уңышлы файҙаланылған рифампицин уйлап табылды. Туберкулез бөгөнгә тиклем ҙур проблема булып ҡала. Тәүге тапҡыр ошо диагноз ҡуйылған ауырыуҙарҙың 87 проценты һауыға. Әле лә тәьҫирле вакцина уйлап табыу буйынса эш бара, унға яҡын препарат һынау үтә.
Тағун
Донъяны тетрәндергән тағун (чума) тураһында кем генә ишетеп белмәй! Уның бер төрө – лимфа төйөндәрен, икенсе төрө үпкәне зарарлай. Дауаланмағанда бер нисә көндән биҙгәк тота башлай, сепсис башлана, күпселек осраҡта сир үлем менән тамамлана. “Ҡара үлем” тип йөрөтөлгән сир 50 миллиондан ашыу кешене һәләк иткән. Тағундан тәүге вакцинаны XIX быуат аҙағында ғалим Владимир Хавкин эшләгән. Вакцина, сирҙе тамырынан ҡорота алмаһа ла, уның таралыуын кәметкән, үлемде ун тапҡырға ҡыҫҡартҡан. 1945–1947 йылдарҙа Маньчжурияла тағунға ҡаршы көрәшкән совет табиптары стрептомицин ҡулланған. Бөгөн дә был препарат уңышлы файҙаланыла. Сир усаҡтары барлыҡҡа килгәндә үткән быуаттың 30-сы йылдарында уйлап табылған тере вакцина ҡулланыла.
Дифтерия
Дифтерия – киҫкен йоғошло ауырыу, танау, тамаҡ, боғарлаҡ, лайлалы тиресәләр зарарланыу менән билдәләнә. Дифтерия таяҡсалары бүлеп сығарған ағыулы токсиндар арҡаһында сир ауырлаша. Тын алыу юлдары томаланыуы мөмкин. Рәсәйҙә вакцина яһау ысулын тәү башлап 1902 йылда табип Семен Дзержиковский эшләгән. Әле Рәсәйҙә АКДС, АДС, АДС-М вакциналары һәм уларҙың аналогтары ҡулланыла. Вакцина, кешене ҡуҙғытҡыс тәьҫиренән тулыһынса һаҡламаһа ла, сир барышын еңеләйтә.
Полиомиелит
Вирус эсәклекте зарарлай, һирәк осраҡтарҙа ҡанға үтеп инә, аҙаҡ арҡа мейеһенә күсә, фалиж һуғыуы, үлемгә килтереүе ихтимал. Йыш ҡына уның менән балалар сирләй. Тарихтан билдәле булыуынса, АҠШ-тың буласаҡ президенты Франклин Рузвельт та полиомиелит менән сирләгән, ғүмерлеккә инвалид булып ҡалған.
Тәүге вакцинаны 1950 йылда ғалим Джонас Солк уйлап тапҡан. Сеймал урынына маймылдарҙың бөйөрөн ҡулланған. Ғалим Альберт Сабин тере вакцина эшләгән дә штамдарын Советтар Союзына тапшырған, һәм беҙҙең илдә вакцина етештерелә башлаған. Киң күләмдә вакцина яһау һөҙөмтәһендә сирҙе еңдек, тип иҫәпләргә була, ә ҡайһы бер Африка, Азия илдәрендә ул һаман да килеп сығып тора.
Ҡыҙылса
Бик йоғошло, тиҙ таралыусан сир ул ҡыҙылса (корь). Нигеҙҙә, балалар сирләй. Тәнгә сабыртмалар сыға, температура күтәрелә, өҙлөгөүҙәргә, хатта үлемгә килтереүе ихтимал. Был сиргә тәьҫирле дауа әлегәсә табылмаған. 1960 йылда АҠШ-та ҡыҙылсанан тәүге вакцинаны эшләгәндәр. Шул уҡ ваҡытта совет микробиологтары ла препарат уйлап тапҡан. Киң күләмдә вакцина эшләгәндән һуң иммун ҡатламы барлыҡҡа килгән. Әле донъяла ҡыҙылсаға ҡаршы көрәш буйынса глобаль программа эшләй. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, көн һайын ҡыҙылсанан вакцина яһатмаған 400-ҙән ашыу бала һәләк була.
Быума йүтәл
Тын юлдары сирҙәрен барлыҡҡа килтереүсе, һулыш алыуҙы ҡыҫыусы киҫкен бактериаль инфекция ул. Быума йүтәл (коклюш) айырыуса ике йәшкә тиклемге сабыйҙар өсөн хәүефле. Тәүге вакцина АҠШ-та 1914 йылда уйлап табылған, һөҙөмтәлә сир таралыуын кәметергә, эҙемтәләрен еңеләйтергә мөмкинлек тыуған. 1950 йылда Рәсәйҙә лә вакцина киң ҡулланыла башлаған. Тап шул арҡала ул контролләп була торған инфекцияға әүерелде. Вакцина яһатҡандар сирҙе еңел үткәрә, әммә, бактерияларҙы таратыусы булараҡ, прививка яһатмағандарға йоҡтора ала. Был сиргә ҡаршы көрәште ҡатмарлаштыра.
Әлеге сирҙәрҙән тыш, көслө биҙгәк һәм ағыуланыу менән барған тиф, нервы системаһын зарарлаусы һын ҡатыу (столбняк), баш һәм арҡа мейеһен зарарлаусы менингококк инфекцияһы, бауырҙы “ашаған” В гепатиты, ҡотороу сирҙәре тураһында ла хәбәрҙарбыҙ.
Әгәр ҙә ваҡытында вакциналар уйлап табылмаһа һәм ҡулланылмаһа, кешелек өлөшөнә төшкән бәләләрҙе һәм юғалтыуҙарҙы күҙ алдына ла килтереп булмаҫ ине. Йылдар буйы ошо афәттәргә ҡаршы препараттар өҫтөндә эшләгән, оҙайлы һынауҙар үткәргән ғалим һәм белгестәребеҙгә рәхмәттән башҡа һүҙ юҡ.
- Динә Арыҫланова.