

“Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһы дауам итә. Унда Сәләмәтлек үҙәктәре һәм ФАП-тарҙың күсмә бригадалары, Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының һәм Республика кардиология диспансерының диагностика үҙәктәре, Республика стоматология поликлиникаһы модуле ҡатнаша.
Белгестәр бригадаһы составында терапевт, хирург, акушер-гинеколог, онколог, кардиолог, офтальмолог һәм башҡа йүнәлештәге табиптар бар.
Акция барышында республиканың бөтә райондары ла медицина тикшереүенә йәлеп ителәсәк. Ауыл халҡы белгестәрҙән консультация алыуҙан тыш, медицина тикшереүе үтәсәк, тәүге медицина ярҙамын аласаҡ. Ошо көнгә тиклем 46 мең ярым кеше акцияла ҡатнашҡан, 27 372 тикшереү үткәрелгән. Ике мең самаһы граждандың ҡанында глюкозаның күтәренкелеге, 2 712 кешенең ҡанында холестерин күплеге асыҡланған. Артериаль ҡан баҫымы 4 350 пациентта юғары булған. 3026 кеше тән ауырлығынан яфаланған.
1518 кешелә социаль әһәмиәтле сирҙәр асыҡланған, уларҙың араһында шәкәр диабеты, туберкулез, гипертония ла бар. Бер кешегә миокард инфаркты диагнозы ҡуйылған. Сирҙәре асыҡланған граждандар дауалауға ебәрелгән һәм контролгә алынған.
Бригадалар алты районда график буйынса хеҙмәтләндереүен дауам итә:
Өфө маршруты Благовещен районында эш башлай (22-26 июлдә Богородское ауылында, 27-30 июлдә Николаевкала);
Дыуан маршруты Мәсетле районында эшен дауам итә (26-30 июлдә Яңы Мишәр ауылында);
Нефтекама маршруты Нефтекама ҡала округында (22-27 июлдә Әмзәлә, 28 июлдән 2 авгусҡа тиклем Ағиҙел ҡалаһында);
Октябрьский маршруты Йәрмәкәй районында эш башлай (26-28 июлдә Урта Ҡарамалыла, 29-30 июлдә Ялан-Шишмәлә);
Стәрлетамаҡ маршруты 26-28 июлдә Стәрлетамаҡ районының Наумовка ауылында, 29-30 июлдә Стәрлебаш районының Ҡуғанаҡбаш ауылында халыҡты ҡабул итә;
Белорет маршруты Баймаҡ районында эшен дауам итә (23-27 июлдә Бикештә, 28 июлдән 3 авгусҡа тиклем Баймаҡ ҡалаһында).
Акция барышында 3660 кеше тулыһынса вакцина яһатты.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.