Сәләмәт булайыҡ
23 Июль 2021, 07:00

Шифаханаға путевка отоу мөмкинлеге лә бар

Биш көн эсендә “Торатау” конгресс-холында урынлашҡан мобиль вакцинация пунктында 1,9 мең кеше прививка яһатты.

Шифаханаға путевка отоу мөмкинлеге лә барШифаханаға путевка отоу мөмкинлеге лә бар
Шифаханаға путевка отоу мөмкинлеге лә бар

Биш көн эсендә “Торатау” конгресс-холында урынлашҡан мобиль вакцинация пунктында 1,9 мең кеше прививка яһатты. Был хаҡта Өфөләге хужалыҡ иҫәбендә эшләүсе поликлиниканың баш табибы Руслан Солтанов хәбәр итте.

Волга буйы федераль округында иң эре вакцинация пункттарының береһе иҫәпләнгән майҙан халыҡты магниттай үҙенә тарта, сөнки бында пациенттар өсөн дә, табиптарға ла уңайлы. Эшкә 20 табип-шәфҡәт туташтары бригадаһы, 12 ирекмән, 20 регистратор йәлеп ителгән. “Спутник V” вакцинаһын ҡаҙатҡандарҙың республика шифаханаларына путевка отоуҙа ҡатнашыу мөмкинлеге бар. Улар бында флаерҙар ала. 14 көнлөк 86 путевканың береһен һеҙҙең дә отоуығыҙ бар.

Мобиль пунктта ЮХХДИ-ның элекке начальнигы Динар Ғилметдинов та прививка эшләтте. ”Бөтә туғандарым да вакцина яһатты, хатта өлкән йәштәге әсәйем дә. Энәнән ҡурҡырға ярамай, ә бына сирҙе йоҡтороуҙан хәүефләнергә кәрәк”, - тине ул.

Әйткәндәй, ул инде өсөнсө тапҡыр прививка яһатҡан.

Фото: "Башинформ".

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас