

Ата-бабаларыбыҙ ниңә электән һуған һәм һарымһаҡ ашаған? Был юҡҡа ғына түгел, сөнки тап ошо йәшелсә вирустарҙы һәләк итеүсе матдәләргә – фитонцидтарға – бай. Һәм бына һуған менән һарымһаҡтың файҙаһы тураһында йәнә түбәндәгеләр билдәле булды.
Шеньяндағы Ҡытай медицина университетының Беренсе дауаханаһы ғалимдарының тикшеренеүҙәре шуны раҫлаған: әгәр ошо йәшелсәне көндәлек рационға индерһәң, һөт биҙе, простата, эсәктәр яман шеше менән сирләү хәүефе кәмей.
Әйткәндәй, һуған менән һарымһаҡты бешерелмәгән килеш ашау күпкә файҙалыраҡ икәнлеге хаҡында онотмайыҡ. Уларҙағы матдәләр сәләмәт күҙәнәктәрҙең ауырыуға әйләнеүен туҡтата. Шулай итеп, кәрәкле һөҙөмтә булһын өсөн, көн һайын һуғандың дүрттән бер өлөшөн һәм һарымһаҡтың бер бүлкәтен ашарға кәрәк.
Әммә ошо ике йәшелсә араһынан һарымһаҡтағы әүҙем матдәләр файҙалыраҡ. Ул, һуған менән сағыштырғанда, холестерин кимәлен кәметә. Әммә шуныһын иҫтә тотоғоҙ: һуғандың ашҡаҙанға насар йоғонто яһауы бар.
Шуға панкреатит йәки ашҡаҙан-эсәк юлдары сирҙәренән яфаланғандарға, ғөмүмән, һаулығы насарланғандарға һуған йәки һарымһаҡ ашау алдынан белгестән кәңәш алыу зыян булмаҫ.
- Айһылыу НИЗАМОВА әҙерләне.