

“Яңауыл” теплица комбинаты карантин ваҡытында ла, изоляция шарттарында ла үҙенең эш режимын үҙгәртмәне. Хеҙмәткәрҙәр бөтә хәүефһеҙлек һәм һаҡланыу сараларын теүәл үтәне, хәҙер вакцинаны барыһы ла яһатыу яғында.
Комбинат экологик яҡтан таҙа, микроэлементтарға, витаминдарға бай продукцияһы менән яҡташтарын ҡыуандыра. Бындағы хеҙмәткәрҙәр сәләмәтлектең әһәмиәтен яҡшы аңлай, шуға күрә пандемияны еңеү, сикләүҙәрҙән ҡотолоу өсөн прививканың көсөнә ныҡ ышана.
"Коллективта әлеге көндә 52 кеше, йыл әйләнәһенә бында эш ҡайнай. Хеҙмәткәрҙәребеҙ үҙҙәрен һәм яҡындарын хәүеф аҫтына ҡуймау өсөн прививка яһатыу яғында. Һәр кемдең ғаиләһе, балалары бар, уларҙы ашатып-эсерергә, тәрбиәләргә кәрәк. Бер кемдең дә ауырығыһы, мәкерле зәхмәт менән осрашҡыһы килеп тормай", – ти комбинат директоры Илдар Ғәббәс улы Маликов.
Бөгөн комбинат етәкселеге тағы ла бер тиҫтәгә яҡын хеҙмәткәрен вакцинация пунктына автобус менән алып барыуҙы ойошторған. Киҫәкҡайын ауылының фельдшер-акушерлыҡ пункты шәфҡәт туташы Зилә Ҡадирова оҙаҡ йылдар буйы яҡташтарының һаулығы һағында тора. Әлеге мәлдә айырыуса мәшәҡәт артҡан, тик ул зарланмай: ”Вакцина яһатыуҙан ҡурҡмаҫҡа кәрәк, мәкерле сир тоҙағына эләкмәү өсөн прививканан да тәьҫирлерәк сара юҡ. Тиҙерәк яһатһаҡ, көҙгөһөн коллектив иммунитетҡа эйә буласаҡбыҙ”, - ти ул.
Илдар Ғәббәс улы әйтеүенсә, яңауылдарҙы вакцина яһатырға өгөтләү кәрәкмәй ҙә, һәр кемдең ғәҙәттәге тормошҡа тиҙерәк ҡайтҡыһы, хәүеф аҫтында йәшәүҙән ҡотолғоһо килә. “Яңауыл” теплица комбинаты етәкселеге хеҙмәт коллективын дәртләндереү өсөн вакцина яһатҡан көндән тыш тағы бер ял көнө бирергә әҙер.
Һатыу буйынса белгес Зөлфиә Шәймәрҙәнова клиенттар менән даими эшләй. ”Шуға күрә мин тәүгеләрҙән булып прививка яһаттым. Һаҡлыҡ сараһы барыһынан да элек үҙем өсөн кәрәк бит. Башҡаларға йоҡтормау, уларҙы хәүефтән һаҡлау өсөн дә”, - ти ул.
"Быға тиклем мин медицина күрһәтмәһе буйынса вакцина яһатмағайным. Бөгөн прививка эшләтергә тәүәккәлләнем. Өҫтәүенә етәкселек беҙҙең хаҡта хәстәрлек күрә, иммунизациялауҙы берҙәм ойоштора", – ти йәшелсә үҫтереүсе Илмира Солтанова.
Игнат Шәйхетдинов фотоһы.