Сәләмәт булайыҡ
24 Июль 2021, 17:30

Бер тәүлектә сирлеләр 249-ға артты...

Коронавирустан ғүмере өҙөлгәндәрҙең дөйөм һаны 723 тәшкил итә, һуңғы тәүлектә алты кеше вафат.

Бер тәүлектә сирлеләр 249-ға артты...Бер тәүлектә сирлеләр 249-ға артты...
Бер тәүлектә сирлеләр 249-ға артты...

Башҡортостанда һуңғы тәүлектә йәнә 249 кешелә коронавирус сире асыҡланған. Был инфекцияны йоҡторғандарҙың дөйөм һаны 46460-ҡа етте.

Улар араһынан 43004 кеше һауыҡҡан. Ғүмере өҙөлгәндәрҙең дөйөм һаны 723 тәшкил итә, һуңғы тәүлектә алты пациент вафат булған.

Хәбәр итеүебеҙсә, республиканың Мәғариф һәм фән министрлығы барлыҡ уҡытыусыларға яңы уҡыу йылына тиклем вакцинация үтергә тәҡдим итте.

Бөгөн COVID-19-ҙан үлеү осраҡтарының 80 проценты 65 йәштән өлкәндәр категорияһына тура килә. Ошо һандар һәммәһен дә уйға һалһын ине. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ.

Фото: vmo24.ru

 

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас