Сәләмәт булайыҡ
24 Июль 2021, 07:30

Вакцинаға ҡытлыҡ булмаһа ла...

"Коронавирус инфекцияһынан вакцинациялау тиҙлеген арттырырға кәрәк. Бигерәк тә пенсионерҙар араһында", - тине Радий Хәбиров.

Вакцинаға ҡытлыҡ булмаһа ла...Вакцинаға ҡытлыҡ булмаһа ла...
Вакцинаға ҡытлыҡ булмаһа ла...

23 июлдә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров төбәктә коронавирус инфекцияһын таратыуға юл ҡуймау буйынса оператив штаб кәңәшмәһен үткәрҙе. Көн ҡаҙағында республикала йәшәгәндәрҙе вакцинациялау ине.

"Прививка кампанияһы башланғандан алып республикаға бер миллиондан ашыу доза килде. 23 июлгә ҡарата вакцина дефициты күҙәтелмәй, - тине Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры - һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин. – Кисә генә төбәктәре прививкалау пункттарына 35 мең доза ебәрелде. Хәҙер табиптарҙың хеҙмәткәрҙәрҙән һәм алыҫтағы халыҡ йәшәгән пункттарҙан предприятиеларға, муниципалитеттарға ғаризалар буйынса бригадалар әҙерләйбеҙ".

Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, көн һайын Башҡортостанда йәшәгән 24-25 кеше прививка яһата.

"Коронавирус инфекцияһынан вакцинациялау тиҙлеген арттырырға кәрәк. Бигерәк тә пенсионерҙар араһында, - тине Радий Хәбиров. – Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн COVID-19-ҙан үлеү осраҡтарының 80 проценты 65 йәштән өлкәндәр категорияһына тура килә".

Оператив штаб кәңәшмәһендә киң мәғлүмәт сараларында вакцинациялауҙың мөһимлеген аңлатыу буйынса эште көсәйтеү тураһында ҡарар ҡабул ителде. Муниципалитеттар ҙа Һаулыҡ һаҡлау министрлығы менән республикала йәшәгәндәргә вакцинациялауҙың уңайлы формаһын табырға тейеш.

Фото: glavarb.ru

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас