

Башҡортостандың “Ерҙәрҙе мелиорациялау буйынса идаралығы” коллективы вакцинациялауға берҙәм ҡушылды.
“Әлбиттә, тәүҙә бөтәһе лә шыма ғына барманы. Вакцина яһатыуға битарафтар ҙа, ҡаршы төшкәндәр ҙә булды. Әммә пандемияның сигенмәүен, коронавирустың таралыуын, ҡорбандар артыуын күреп, күптәр фекерҙәрен үҙгәртергә мәжбүр булды”, - ти идаралыҡ директоры Артур Марс улы Заманов.
Ысынлап та, идаралыҡ эшселәре вакцина яһатыуға берҙәм тотонған. Коллектив ағзаларының 74 проценты “Спутник V” вакцинаһын яһатҡан. 14 кеше әлегә медицина күрһәтмәһе буйынса прививка эшләтә алмай. “Медицина тикшереүе үтеп, ПЦР ысулы менән анализ биргәндән һуң ҡайһы берәүҙәрҙең сирҙе үткәргәндәре асыҡланды. Антиесемдәре бар, тимәк, сирҙе аяғөҫтө үткәргән булып сығалар инде, - ти Артур Марс улы. - Хеҙмәткәрҙәребеҙ ауыл ерҙәрендә йәшәй, насос станцияһы машинистары, һыу һибеү операторҙары, водителдәр – барыһы ла тиерлек ир-ат затынан. Мәкерле сирҙе таратмау өсөн һаҡланыу сараларын ҡулланыу ғына етерлек булмауын аңланыҡ инде, прививканың пандемияға ҡаршы көрәштә берҙән-бер ҡалҡан булыуы тураһында аңлатыу эштәрен даими алып барҙыҡ. Шуға күрә ошо көнгә 50 хеҙмәткәребеҙ ойошҡан рәүештә вакцина яһатты, барыһы ла үҙҙәрен яҡшы тоя”.
Ойошмала сир таралыуын булдырмау өсөн иҫкәртеү эштәре үткәрелә, хеҙмәткәрҙәр йоғошһоҙландырыу саралары менән тәьмин ителгән, тән температураһы үлсәнә, кабинеттар елләтелә. Башҡа йәмәғәт урындарында булғанда ла һаҡланыу саралары тураһында онотмаҫҡа кәрәк.
Фото: Ауыл хужалығы министрлығы.