Сәләмәт булайыҡ
26 Июль 2021, 18:00

Халыҡтың 60 процентының прививка эшләтеүе мөһим

Урындарҙа вакцинация насар ойошторолған осраҡта, ҡәтғи саралар (эштән бушатыуға тиклем) күреләсәк.

Халыҡтың 60 процентының прививка эшләтеүе мөһимХалыҡтың 60 процентының прививка эшләтеүе мөһим
Халыҡтың 60 процентының прививка эшләтеүе мөһим

Республика Хөкүмәтендә Премьер-министр Андрей Назаров рәйеслегендә сираттағы видеоселектор кәңәшмәһе үтте. Унда коронавирус инфекцияһына ҡаршы халыҡты вакцинациялау барышы тикшерелде.

Башҡортостанда 23 июлгә ҡарата 46 211 кешенең коронавирус инфекцияһын йоҡтороуы билдәле. Андрей Назаров әйтеүенсә, инфекцияның таралыу күрһәткесе сирҙең кәмеүе тураһында һығымта яһарға ирек бирмәй.

"Һайлап алынған тикшереүҙәр һөҙөмтәһе буйынса, халыҡ араһында COVID-19 вирусына иммунитеты булғандар 30 процент тирәһе тәшкил итә. Был етерлек түгел. Иҫегеҙгә төшөрәм, коллектив иммунитет өсөн сентябргә тиклем халыҡтың кәм тигәндә 60 процентын прививкаларға кәрәк. Ә Татьяна Голикова рәйеслегендәге 22 июлдә үткән оператив штаб ултырышы һөҙөмтәһе буйынса, 1 ноябргә тиклем өлкәндәрҙең 80 процентын беренсе компонент менән вакцинацияларға тейешбеҙ", – тине Премьер-министр.

Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин халыҡты прививкалауҙа муниципалитеттар яғынан тәьҫирлерәк эш кәрәклеген билдәләне. Урындарҙа вакцинация насар ойошторолған осраҡта, ҡәтғи саралар (эштән бушатыуға тиклем) күреләсәген белдерҙе.

Премьер-министр урынбаҫары - һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин әйтеүенсә, республикаға 1 031 680 доза вакцина килтерелгән. Ул прививка яһатырға тейешле 1 900 000 кешенең 54,3 процентына етә. Федераль регистр мәғлүмәттәре буйынса, 25 июлгә беренсе компонентты 869 574 кеше ҡаҙатҡан, ике компонентын да алғандар 571 724 кеше тәшкил итә.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас