Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
26 Июль 2021, 23:20

Өҙлөгөүҙәрҙе нисек булдырмаҫҡа?

Һаулыҡ һаҡлау министрлығы яңы коронавирус инфекцияһын кисергәндән һуң өҙлөгөүҙәрҙе булдырмау буйынса халыҡ өсөн белешмә әҙерләне.

Өҙлөгөүҙәрҙе нисек булдырмаҫҡа?
Өҙлөгөүҙәрҙе нисек булдырмаҫҡа?

Һаулыҡ һаҡлау министрлығы яңы коронавирус инфекцияһын кисергәндән һуң өҙлөгөүҙәрҙе булдырмау буйынса халыҡ өсөн белешмә әҙерләне.

Коронавирус  инфекцияһы менән ауырығандан һуң ниндәй эҙемтәләр булыуы ихтимал?

COVID-19 эҙемтәләренең бер варианты булып ковидтан һуң барлыҡҡа килгән синдром тора. Был – тотороҡло  билдәләр йәки улар күренгәндән һуң дүрт аҙна дауамындағы оҙайлы өҙлөгөүҙәр. Синдромды өйрәнеү барышында шул асыҡланды: коронавирусты үткәргән ауырыуҙар шуның һөҙөмтәһендә өҙлөгөүҙәр барлыҡҡа килтерергә һәм төрлө органдар системаһы эшмәкәрлегендә тайпылыштар тыуҙырыуға һәләтле билдәләргә эйә. Һеҙҙең иғтибарға яңы коронавирус инфекцияһын үткәргәндән һуң етди өҙлөгөүҙәрҙең ниндәй йышлыҡта булыу мөмкинлеге хаҡында мәғлүмәт тәҡдим итәбеҙ: тромбоздар – 20-30 процент, тын ҡыҫылыу – 31,7 процент, йүтәл — 13,5  процент, күкрәк ауыртыуы һәм тахикардия – 12,7 процент.

Был билдәләр тәү сиратта йөрәк-ҡан тамырҙары һәм тын алыу системалары эшмәкәрлегендәге үҙгәрештәр тураһында һөйләй. Уларҙан тыш та кеше үҙендә сирҙең башҡа ауыр эҙемтәләрен тойоуы мөмкин.

Бынан нисек ҡотолорға?

Үҙгәрештәрҙе ваҡытында асыҡлау һәм өҙлөгөүҙәрҙе булдырмау сараларын күрергә кәрәк. 2021 йылдың 1 июленән Рәсәй биләмәһендә тәрәнәйтелгән диспансерлаштырыу башланды. Тап ошо сара өҙлөгөүҙәрҙе ваҡытында асыҡларға һәм уларҙың аҙыуын иҫкәртергә ярҙам итәсәк. Диспансерлаштырыуҙы йәшәү урыны буйынса теркәлгән поликлиникала үтергә мөмкин. Үҙегеҙ менән паспорт һәм полис алыу кәрәк.

Диспансерлаштырыуға ниндәй медицина ысулдары инә?

Тәүге этаптағы саралар медицина тикшереүен үтергә килгән һәр кемгә ҡағыла. Икенсе  этаптағы тикшереүҙәр күләме тәүгеһенең һөҙөмтәләренә бәйле. Беренсе этап пациенттың төп дәғүәләрен эсенә алған анкета тултырыуҙан, сатурация үткәреүҙән башлана. Ҡандың кислородҡа туйыныу кимәлен белеү тын алыу эшмәкәрлегендәге тайпылыштарҙы асыҡлаясаҡ. Алты минут атлап йөрөү менән үткәрелгән тест йөрәк-ҡан тамырҙары системаһын тикшереүгә йүнәлтелгән. Спирометрия тын алыу системаһы эшмәкәрлеген баһалау өсөн үткәрелә. Күкрәк ситлеге рентгенографияһы йыл дауамында был тикшереүҙе үтмәгәндәр өсөн тәғәйенләнә. Ҡанда Д-димер концентрацияһын билдәләү коронавирус сирен уртаса йәки унан да ауырыраҡ үткәргәндәрҙә тромбоздар хәүефен асыҡлау өсөн башҡарыла. Ҡандың дөйөм клиник анализы ҡайһы бер билдәләрҙе асыҡлау өсөн мөһим, мәҫәлән, арыу-талсығыу сәбәбен билдәләү өсөн. Ҡандың биохимик анализы ете күрһәткесте үҙ эсенә ала һәм организмдағы кире үҙгәрештәрҙе асыҡларға ярҙам итә.

Икенсе этаптағы медицина тикшереүе  айырым органдарҙағы көсәйә барған өҙлөгөүҙәрҙе асыҡларға һәм иҫкәртергә булыша. Эхокардиография йөрәк һәм ҡан тамырҙары эшмәкәрлегендәге тайпылыштарҙы асыҡлай, аяҡтарҙағы ҡан тамырҙарын дуплекслы сканлаштырыу тромбоздарҙы иҫкәртә, компьютер томографияһы үпкә һәм тын алыу системаһын тикшереүгә йүнәлтелгән.

Иҫкәртеү маҡсатындағы медицина диспансерлаштырыуын быйыл үткән кеше тәрәнәйтелгән диспансерлаштырыуҙы үтә аламы?

Эйе. Тәрәнәйтелгән диспансерлаштырыу - үҙаллы сара, ул иҫкәртеү медицина тикшереүе менән бәйләнмәгән.

Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: