Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
27 Июль 2021, 09:00

Бер үк ғәҙәттәр баш мейеһен арыта...

Шуға күрә беҙ тәҡдим иткән күнегеүҙәр файҙалы һәм ҡыҙыҡлы булыр, тип уйлайбыҙ. 

Бер үк ғәҙәттәр баш мейеһен арыта...
Бер үк ғәҙәттәр баш мейеһен арыта...

Йыл һайын июль айында Бөтә донъя мейе көнө үткәрелә. Ул Бөтә донъя неврология федерацияһы тарафынан мейенең сәләмәтлеге мөһимлеген иҫкә төшөрөү өсөн иғлан ителгән. Неврология – үҙәк һәм периферия нервы системаһы сирҙәре менән шөғөлләнгән, шул иҫәптән баш мейеһен өйрәнгән медицина бүлеге.

Һуңғы йылдарҙа баш мейеһен өйрәнеүҙә яңылыҡтар булыуға ҡарамаҫтан, уның эшмәкәрлегенең күп яҡтары беҙҙең өсөн ҡараңғы. Ғалимдар ошо йомаҡты сисеү өсөн нисәмә йылдар баш вата. Баш мейеһе ғәмәлдә команда структураһы булып тора, кеше органдарының эшләүен тәьмин итә. Ундағы һәр бер кире үҙгәреш кешенең тормошҡа һәләтлелегендә сағыла, организмдың төрлө системаларын ҡаҡшатыуға килтерә.

Нервы системаһы сирҙәре, шул иҫәптән баш мейеһе ауырыуҙары ауыр эҙемтәләргә килтерә, ҡайһы саҡта уларҙы иҫкәртеү, күҙ алдына килтереү ҙә мөмкин түгел. Сәләмәт йәшәү рәүеше һәм мейе өсөн гимнастика уның ҡартаймауын тәьмин итеү нигеҙе булып тора. Төп ҡағиҙәләр билдәле инде: зарарлы ғәҙәттәрҙән ҡотолоу, сәләмәт йоҡо, яҡшы туҡланыу, саф һауала йөрөү, физик күнегеүҙәр, аҡыл эшмәкәрлеге. Мейене даими күнектереү өсөн интеллектуаль йәһәттән  алдынғы кешеләр менән аралашыу, әҙәбиәт уҡыу, кроссвордтар сисеү бик файҙалы. Беҙ тормошта файҙаланыу, мейе йәш булып ҡалһын  өсөн бер нисә ябай ғына күнегеү тәҡдим итәбеҙ.

Беренсе күнегеү: бер ҡулығыҙҙы йоҙроҡҡа төйнәгеҙ, икенсеһенең ус яғын  өҫкә ҡаратығыҙ. Яйлап ҡына ҡулдарығыҙҙың торошон алмашлап үҙгәртегеҙ:  йоҙроҡ–ус–йоҙроҡ–ус. Күнегеп алғандан һуң тиҙлекте арттырығыҙ.

Икенсе күнегеү: ҙур ғына ҡағыҙ киҫәге алып, ике ҡулығыҙға ла ҡәләм тотоғоҙ һәм бер үк һүрәтте ике ҡулығыҙ менән төшөрөргә тырышығыҙ. Күнегеүҙе геометрик фигураларҙы төшөрөүҙән башлау яҡшыраҡ. Аҙаҡ ҡатмарлыраҡ бурысҡа тотонорға мөмкин.

Өсөнсө күнегеү: аҙыраҡ үҫешкән ҡулығыҙ менән төрлө эш башҡарығыҙ. Был мейенең  икенсе ярымшарын үҫтерергә һәм ундағы процестарҙы әүҙемләштерергә ярҙамлашасаҡ.

Дүртенсе күнегеү: өй интерьерын үҙгәртеүҙән ҡурҡмағыҙ, әйберҙәрҙе күсерегеҙ. Бер үк ғәҙәттәр баш мейеһен арыта, уға ла төрлөлөк кәрәк. Эштән йәйәү ҡайтҡанда маршрутты үҙгәртергә тырышығыҙ. Сәйәхәт ҡылыу, төрлө ерҙә ял итеү хәтерҙе яҡшырта, тип иҫәпләй неврологтар.

Сығанаҡ: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы. 

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан. 

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: