Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
27 Июль 2021, 16:00

Прививкалау барышын тиҙләтергә кәрәк

Мәктәпкәсә йәштәге һәм дөйөм белем биреү учреждениеларында  вакцинациялау яҡшыраҡ бара. Уҡытыусыларҙың 50 проценты прививка яһатҡан.

Прививкалау барышын тиҙләтергә кәрәк
Прививкалау барышын тиҙләтергә кәрәк

Республикала коронавирус менән сикләүҙәрҙе тағы билдәһеҙ срокка күсерҙеләр. Ресторан, кино һәм ҡала-ара автобустарға прививкаһыҙ индерәсәктәр. Әммә битлек режимы һаҡлана. “Роспотребнадзор” етәксеһе Анна Казак әйтеүенсә, әлегә сикләүҙәрҙең икенсе өлөшөн индереүҙең кәрәге юҡ.  Республикала вакцинация берҙәм бара, халыҡтың күбеһе  табиптарға һәм ғалимдәргә ышана, бары вакцинацияның ғына ҡәҙимге тормошҡа алып ҡайтыуына өмөт итә.

Әлеге көндә прививка алыу бар йәһәттән дә отошло. Иң мөһиме, кеше вирусҡа ҡаршы иммунитетҡа эйә була. Баш ҡалалағы ”Стеклонтит” хеҙмәткәрҙәре “Спутник V”вакцинаһын ҡаҙатты. “Сирҙең бик ауыр эҙемтәләргә килтереүе билдәле. Мин ауырыуҙарҙың хәлен күргәнем булды.  Иң ышаныслыһы бөгөн– прививка,”– ти предприятие инженеры Вадим Аборнев.

“Мин вакцина ҡаҙатҡан хеҙмәткәрҙәрем менән һөйләшеп ҡараным, беренсе компонентты яһатҡандар  һис тә зарланмай, хәлдәре яҡшы. Ойошҡан рәүештә яһатҡас, эш графигына  зыян килтерелмәй,”–ти логистика бүлеге хеҙмәткәре Рита Шакирова.

“Предприятие буйынса бойороҡҡа ярашлы, вакцинациянан һуң тағы бер көн ял итеү мөмкинлеге бар. Беҙҙә 570 кеше эшләй, 112-һе вакцина яһатты. Эш артабан да дауам итәсәк әле,”– ти идаралыҡ начальнигы Светлана Крупцева.

Мәктәпкәсә йәштәге һәм дөйөм белем биреү учреждениеларында  вакцинациялау яҡшыраҡ бара. Уҡытыусыларҙың 50 проценты прививка яһатҡан.” Ата-әсәләр ҙә быға яуаплы ҡарай, күбеһе прививка яһатты.Күмәк көс менән генә был зәхмәтте еңеү мөмкинлеген улар яҡшы аңлай,”– ти 147-се мәктәп уҡытыусыһы Светлана Ладыгина.

– Мәктәптәрҙә уҡытыу режимы боҙолмаһын өсөн тырышабыҙ. Шуға күрә педагогтарҙы вакцинациялауға иғтибарҙы арттырҙыҡ, – тине мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин.

Әле  республикала 900 меңгә яҡын кеше вакцина яһатҡан, был  халыҡ  һанының яртыһын да тәшкил итмәй.  Бурыс билдәле –  коллектив иммунитетты булдырыу өсөн  прививкалау барышын тиҙләтергә кәрәк.

Фото: BashNews

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: