Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
27 Июль 2021, 11:13

Тотош коллектив менән – вакцина яһатырға!

Иң ышаныслыһы прививка икәнен халыҡ аңлай бара.

Республиканың ойошма һәм предприятиеларында коронавирус инфекцияһынан вакцинациялау ойошҡан рәүештә бара. Бөтә донъяға хәүеф алып килгән эпидемияны санитария-гигиена талаптарын үтәп кенә еңеп булмауын бөтәһе лә аңланы, бары вакцинация ғына беҙгә ғәҙәттәге тормошҡа әйләнеп ҡайтырға, сир һәм үлем хәүефенән ҡотолорға, балаларыбыҙҙы тыныс шарттарҙа тәрбиәләргә ярҙам итәсәк. Вакцинацияны  берҙәм һәм уңышлы үткәреүҙән күп нәмә тора – һаулығыбыҙ ҙа, йәшәйешебеҙ ҙә, киләсәккә уй-хыялдарыбыҙ ҙа.

 Сирҙе иҫкәртеүҙән дә әһәмиәтлерәк бурыс юҡ

650 кеше эшләгән “Алексеевка” совхозы тәүгеләрҙән булып прививка яһатыу кампа­нияһына ҡушылды, етәкселәрҙең әйтеүенсә, әлеге ваҡытта хеҙмәткәрҙәрҙең һаулығын һаҡлауҙан һәм сирҙе иҫкәртеүҙән дә әһәмиәт­лерәк бурыс юҡ.

Хужалыҡтың кадрҙар менән эш бүлеге начальнигы Ольга Полякова әйтеүенсә, әле эшселәрҙең 410-ы вакцинаның беренсе компонентын, 250-һе икенсе компонентын алған. “Коллектив ағзаларының 63 проценты прививкалы, кешеләр үҙ ирке, аңлы ҡарашы менән вакцина яһатыу яғында. Сирҙе ауыр үткәргәндәр, табиптар менән ихлас һөйләшеү, кәңәшләшеү ҙә шуға этәргәндер тип уйлайым. Эшселәребеҙҙе график буйынса автобусҡа ултыртып, үҙебеҙҙәге табиплыҡ амбулаторияһына илтәбеҙ”, – ти Ольга Геннадьевна.

Һүҙгә хужалыҡта бухгалтер булып эшләгән Светлана Вәлиева ҡушыла: “Мин дә бөгөн хеҙмәттәштәрем менән бергә табиплыҡ амбулаторияһына  бармаҡсымын, үкенескә ҡаршы, коронавирус инфекцияһын йоҡторғандан һуң оҙаҡ ҡына ауырырға тура килде. Уның ниндәй ҡурҡыныс, ауыр сир икәнен ишетеп кенә белмәйем мин. Коллективта иллегә яҡын кеше ауырыуҙы үткәрҙе, алдараҡ вакцина яһатырға өлгөргәндә  яҡшы булыр ине лә бит. Яҡындарымдың һаулығы өсөн борсолам, шуға күрә уларҙы һаҡлауҙың бер генә юлы – вакцинация яғындамын”.

Теплица эшсеһе Миләүшә Абдуллина хужалыҡта тормош иптәше менән 1985 йылдан алып эшләй. “Ирем Радик вакцинаның ике компонентын да ҡаҙатты, еңел үткәрҙе. Ҡурҡып йөрөгәнсе, күптән эшләтергә кәрәк булған, ти ул хәҙер. Мин дә бөгөн иптәштәремә ҡушылып, прививка эшләтергә булдым. Гел кеше араһында йөрөйбөҙ, аралашабыҙ, бергә эшләйбеҙ, был хәйерһеҙ зәхмәттең эләгеп ҡуйыу хәүефе ҙур”, – ти Миләүшә.

Алексеевка табиплыҡ амбулаторияһы мөдире Руфина Сәфәрғәлина  вакцина яһатырға килгән һәр кемде ҡаршы алып, кемдең  вакцинаның нисәнсе компонентын яһатыуын белешеп, терапевт кабинетына оҙатты.

Яңауылдарҙы өгөтләп тороу кәрәкмәй

 “Яңауыл” теплица комбинаты карантин ваҡытында ла, изоляция шарттарында ла үҙенең эш режимын үҙгәртмәне. Хеҙмәткәрҙәр бөтә хәүефһеҙлек һәм һаҡланыу сараларын теүәл үтәне, хәҙер вакцинаны барыһы ла яһатыу яғында. 

Комбинат экологик яҡтан таҙа, микроэлементтарға, витаминдарға бай продукцияһы менән яҡташтарын ҡыуандыра. Бындағы хеҙмәткәрҙәр сәләмәтлектең әһәмиәтен яҡшы аңлай, шуға күрә пандемияны еңеү, сикләүҙәрҙән ҡотолоу өсөн прививканың көсөнә ныҡ ышана.

 – Коллективта әлеге көндә 52 кеше, беҙҙә йыл әйләнәһенә эш ҡайнай. Хеҙмәткәрҙәребеҙ үҙҙәрен һәм яҡындарын хәүеф аҫтына ҡуймау өсөн прививка яһатыу яғында. Һәр кемдең ғаиләһе, балалары бар. Бер кемдең дә ауырығыһы, мәкерле зәхмәт менән осрашҡыһы килмәй, – ти комбинат директоры Илдар Ғәббәс улы Маликов. Ошо көндәрҙә комбинат етәк­селеге тағы ла бер тиҫтәгә яҡын хеҙмәткәрен вакцинация пунктына автобус менән алып барыуҙы ойошторҙо.

Киҫәкҡайын ауылының фельдшер-акушерлыҡ пункты шәфҡәт туташы Зилә Ҡадирова оҙаҡ йылдар буйы яҡташта­рының һаулығы һағында тора. Әлеге мәлдә айырыуса мәшәҡәт артҡан, тик ул зарланмай. “Вакцина яһатыуҙан ҡурҡмаҫҡа кәрәк, мәкерле сир тоҙағына эләкмәү өсөн прививканан да тәьҫирлерәк сара юҡ. Тиҙерәк яһатһаҡ, көҙгөһөн коллектив иммунитетҡа эйә буласаҡбыҙ”, – ти ул.

Илдар Ғәббәс улы әйтеүенсә, яңауылдарҙы вакцина яһатырға өгөтләү кәрәкмәй ҙә, һәр кемдең ғәҙәттәге тормошҡа тиҙерәк ҡайтҡыһы, хәүеф аҫтында йәшәүҙән ҡотолғоһо килә. “Яңауыл” теплица комбинаты етәкселеге хеҙмәт коллективын дәртләндереү өсөн вакцина яһатҡан көндән тыш тағы бер ял көнө бирергә әҙер.

Һатыу буйынса белгес Зөлфиә Шәймәрҙәнова клиенттар менән даими эшләй. “Шуға күрә мин тәүгеләрҙән булып прививка яһаттым. Һаҡлыҡ сараһы барыһынан да элек үҙем өсөн кәрәк бит. Башҡаларға йоҡ­тормау, уларҙы хәүефтән һаҡлау өсөн дә”, – ти ул.

 “Беҙгә ауырырға ярамай!” – ти икмәк бешереүселәр

 Өфөләге 21-се икмәк бе­шереү заводы һәм “Лукошко” сауҙа селтәре хеҙмәткәрҙәре  50-се поликлиниканың күсмә табиптар  бригадаһын ҡаршы алды. Уларҙың бында тәү тапҡыр килеүе түгел, икмәк етештереүселәрҙең байтағы үткән айҙа вакцина яһатып өлгөргән.

– Табиптар менән аралашыу, уларҙың препараттар тураһында аңлатмаларын, фекер­ҙәрен тыңлау һәйбәт традицияға әүерелде, – ти предприятиеның учредителе Игорь Прозоров. – Аңлатыу эшенең яҡшы ойошторолоуы һөҙөмтәһендә беҙҙә вакцинацияға ҡараш  яҡшы. Былтыр яҙ айҙарында эшселәребеҙҙең бер-бер артлы ауырып китеүе арҡаһында произ­вод­стволағы ҡатмарлыҡтар беҙҙе күп нәмәгә өйрәтте.

Эйе, икмәк бешереү кеүек етди бурысты үҙ иңенә алған предприятие хеҙмәткәрҙәренә әлеге хәүефле эпидемия мәлендә һаулыҡты һаҡлау бик мөһим. Быны йөҙ кешелек коллектив ағзалары яҡшы аңлай. Был юлы 30 кеше “Спутник V” препаратын ҡаҙатҡан.

– Беҙҙең сауҙа нөктәләребеҙ ҙә бар, уларҙа эшләгән хеҙмәткәрҙәр ҙә вакцина яһатыу яғында.  Әле коллективыбыҙҙағы кешеләрҙең  алтмыш проценты прививка яһатты. Мин, етәксе булараҡ, күсмә бригадалар ойоштороу эшенән ҡәнә­ғәтмен.  Уңайлы һәм тиҙ. Хеҙ­мәткәрҙәребеҙ иҫән-һау булһа, магазин кәштәләренән ҡабарып бешкән тәмле, туҡлыҡлы икмәк һәм булка изделиелары өҙөл­мәҫ. Сәләмәтлектән дә ҡим­мәтерәк хазина булмауын аңланыҡ бит инде, – тине Игорь Матвеевич.

Тағы ла шуныһы: предприятие етәкселәре вакцина яһатыуҙа үҙҙәре алда йөрөй, һәр йәһәттән хеҙмәткәрҙәргә өлгө күрһәтә.

 

Динә АРЫҪЛАНОВА.

Читайте нас: