Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
28 Июль 2021, 20:15

Бар коллектив менән вакцина яһатҡандар

Баймаҡ районы Иҫке Сибай ауылының табип амбулаторияһы хеҙмәткәрҙәре ниндәй фекерҙә?

Бар коллектив менән вакцина яһатҡандар
Бар коллектив менән вакцина яһатҡандар

Медицина хеҙмәткәрҙәренә көн дә әллә күпме сирлене ҡабул итергә тура килә, улар араһында коронавирус йоҡторғандар ҙа юҡ түгел. Хәйер, улар был мәкерле сир хаҡында ҡайҙандыр ишетеп түгел, ә үҙҙәре күреп, ауырыуҙар менән күҙмә-күҙ осрашып, ниндәй эҙемтәләргә алып килеүен яҡшы белә. Шуға күрә, мәҫәлән, Иҫке Сибай ауылының табип амбулаторияһы коллективы бер ниндәй икеләнеүһеҙ прививка яһатҡан.

"Аҡ халатлылар пациенттарға өлгө күрһәтергә тейеш", - ти амбулатория терапевы, юғары категориялы табип Гүзәл Ҡадаева.

"Беҙҙә 22 хеҙмәткәр эшләй, уларҙың барыһы ла прививка яһатты. Әле ауыл халҡы ла үҙҙәре теләп вакцина эшләтергә килә. Уларҙы тәүҙә терапевт кабинетында ҡабул итеп, тикшереп, прививка яһатырғамы-юҡмы икәнен асыҡлайбыҙ. Әле беҙҙә “Гам-КОВИД-Вак”, йәғни “Спутник V” вакцинаһын эшләйҙәр. Халыҡта коронавирусҡа ҡаршы коллектив иммунитет булдырмай тороп, үлемесле вирусты еңеү мөмкин түгел. Шуға күрә һәр кем был аҙымға аңлы рәүештә килергә тейеш", - ти Гүзәл Рәхимйән ҡыҙы.

Уның һүҙҙәренә дауахананың өлкән шәфҡәт туташы Рәмзәлиә Кәримова ла ҡушыла. Башҡортостандың атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре әйтеүенсә, әле бөтәһе 40 кешелә коронавирус сире асыҡланған. Уларҙың ҡайһылары медицна учреждениеларында ята, сирҙе еңел үткәреүселәр өй шарттарында дауалана.

"Сир бик мәкерле, аҙ ғына теҙгенде бушатыу менән кире аҙып китә. Ковид минең ишегемде ҡаҡмаҫ, беҙгә эләкмәҫ, тип уйларға ярамай. Уны санитария-гигиена талаптарын үтәп кенә еңеп булмауын һәр кем яҡшы аңланы, эпидемиянан берҙән-бер ҡотолоу юлы - вакцина яһатыу", - ти Рәмзәлиә Кәримова.

Автор фотоһы.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: