Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
28 Июль 2021, 11:30

“Беҙҙең хеҙмәттәрҙән тыш йәшәп булмай”

"Киләсәктә локдаундарға юл ҡуйырға ярамай, ә бының өсөн барыбыҙға ла вакцина яһатырға кәрәк,” – тине Алан Марзаев.

“Беҙҙең хеҙмәттәрҙән тыш йәшәп булмай”
“Беҙҙең хеҙмәттәрҙән тыш йәшәп булмай”

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәренән тыш йәшәүҙе күҙ алдына килтереп тә булмай. Тормошобоҙ ошо хеҙмәт кешеләре менән тығыҙ бәйләнгән. “Башинформ” агентлығында  вакцинациялау темаһына үткән брифингта торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Алан Марзаев ведомствола эшләгән 3880 хеҙмәткәрҙең 76 проценты  прививка яһатҡанын белдерҙе.

“Мин үҙем дә “Спутник V” вакцинаһын тәүгеләрҙән булып яһаттым һәм социаль селтәргә һалдым. Фекерҙәр төрлө булды, әлбиттә. Минеңсә, һәр етәксе хеҙмәттәштәренә өлгө күрһәтергә тейеш, абруйлы, ышаныслы етәкселәр  артынан барыусылар һәр саҡ табыла. Вакцинацияның төрлө ауыр сирҙәрҙән һаҡлаусы ҡалҡан икәнлеге меңәр тапҡыр раҫланған бит инде. Хеҙмәттәштәребеҙҙең күпселеге хәлде аңлап ҡабул итте, тик бер мәл вакциналар килтереүҙә өҙөклөк булыуы ғына бер аҙ эште тотҡарланы.

Торлаҡ милекселәре ширҡәттәрендә 30 меңгә яҡын кеше эшләй. Уларҙың 50 проценты бөгөн прививка яһатҡан, был етерлек кимәлдә түгел, был һан  20 авгусҡа кәм тигәндә  80 процент тәшкил итергә тейеш.  Ресторан, фитнес-клубтарһыҙ ҙа йәшәп була, ә торлаҡ-коммуналь хужалыҡтан башҡа  бер көн дә тормош көтөп булмай. Ҡалаларҙа һыуһыҙ, йылыһыҙ, канализацияһыҙ нисек йәшәмәк кәрәк, әгәр авария ваҡиғаһы килеп тыуһа? Тармаҡтың эшмәкәрлеген  һис кенә лә туҡтатырға ярамай! Тимәк, бөгөнгө хәлдең ҡатмарлығын иҫәпкә алып, барыбыҙға ла вакцина яһатыу мөһим.  Әгәр ҙә коронавирустың яңы тулҡыны  беҙҙе аяҡтан йыҡһа, тимәк, тармаҡ  ике-өс йылға артта ҡаласаҡ тигән һүҙ", - тип борсолоуын белдерҙе етәксе.

Брифингта Өфө ҡалаһы Орджоникидзе районының Торлаҡ хужалығы берекмәһе  директоры Артур Шәһәрғазин үҙҙәрендә вакцинацияның нисек ойошторолоуын һөйләне. “Эйе, беҙҙә лә икеләнеүселәр етерлек булды, имеш, вирусҡа ҡаршы организм үҙе көрәшергә тейеш, “сир юҡ ул, уйлап сығарылған”, прививкалар зарарлы... Тик тормош һәр нәмәне яйлап үҙ урынына ҡуйҙы, ысынбарлыҡ барыһын да еңде. Ике фажиғәле осраҡ халыҡты һиҫкәндерҙе, бер көн генә температураһы күтәрелеп ауырыған хеҙмәткәребеҙҙе тиҙ арала юғалтыуҙан шаңҡып ҡалдыҡ. Карантинда ултырҙыҡ. Биләмәне хеҙмәтләндереүҙе башҡа Торлаҡ-эксплуатация идаралығына тапшырырға тура килде. Дуҫ-иш араһында юғалтыуҙар артты... Шуға күрә бары вакцинаның  ғына мәкерле сирҙән һаҡлаясағына ышанабыҙ.

Берекмәнең коллектив килешеүендә антиесемдәргә тест биреүҙең ойошма иҫәбенә башҡарылыуы, прививка яһатҡандан һуң бер  ял көнө бирелеүе нығытылған. Яҡындарыбыҙҙы, хеҙмәттәштәребеҙҙе сир йоғоуҙан һаҡлау өсөн мотлаҡ вакцина яһатырға кәрәк.”

Алан Марзаев  төрлө кимәлдәге етәкселәрҙең абруйына баҫым яһаны, сөнки вакцинацияның уңышлы барыуы өсөн яуаплылыҡ улар иңенә һалынған. ”Беҙгә локдаундар кәрәкмәй, бюджет средстволарының ярҙамға мохтаж предприятиеларға йүнәлтелеү арҡаһында, беҙҙең тармаҡ ремонт эштәрен өс тапҡырға ҡыҫҡартты. Был хәлгә киләсәктә  юл ҡуйырға ярамай, ә бының өсөн барыбыҙға ла вакцина яһатырға кәрәк,” – тине Алан Марзаев.

Фото: ”Башинформ”.

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: