Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
28 Июль 2021, 16:00

Бер тәүлектә һигеҙ кеше юҡ...

Үлем осраҡтары хәүефләндерә...

Бер тәүлектә һигеҙ кеше юҡ...
Бер тәүлектә һигеҙ кеше юҡ...

Һуңғы тәүлектә һигеҙ кешенең коронавирустан вафат булыуы асыҡланды. Пандемия башланған осорҙан алып республикала заман зәхмәте 748 кешенең ғүмерен ҡыйҙы, тип хәбәр итә Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Оператив мәғлүмәттәр буйынса, тәүлек эсендә 258 кешенең сир йоҡтороуы асыҡланды. 64 пациенттың хәле ауыр, бишәүһе үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған. Республикала бөтәһе 47 479 кеше ошо сиргә дусар булды. Әле стационарҙарҙа – 647, амбулатор шарттарҙа 2340 кеше дауалана. 280-дән күберәк пациент һауыҡҡан. Пневмония диагнозы 132 ауырыуға ҡуйылған.

Тәүлек эсендә сирҙе йоҡторғандарҙың иң күбеһе Октябрьский ҡалаһында (42 осраҡ), Салауатта (38), Стәрлетамаҡта (25) һәм Өфөлә (23) теркәлгән.

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: