Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
28 Июль 2021, 20:30

Пункттарҙы картала табырға мөмкин

Стационар һәм мобиль пункттар тураһында кәрәкле мәғлүмәттәрҙе алыу өсөн “вакцинация”, “прививка эшләү” кеүек төп һүҙҙәрҙе яҙыу етә.

Пункттарҙы картала табырға мөмкин
Пункттарҙы картала табырға мөмкин

COVID-19-ҙан вакцинациялау пункттары адрестарын Яндекста һәм Googl картала табырға мөмкин.

Картографияға тотош Рәсәйҙән барлығы алты меңдән ашыу объект өҫтәлгән. Стационар һәм мобиль пункттар тураһындағы кәрәкле мәғлүмәттәрҙе алыу өсөн “вакцинация”, “прививка эшләү” кеүек төп һүҙҙәрҙе яҙыу етә. Бынан тыш, карталарҙағы теге йәки был пункҡа баҫып, ойошманың эшләү ваҡыты хаҡында белергә йәки шылтыратырға мөмкин. Унда стопкоронавирус.рф сайтына ла һылтанма бар.

"Башҡортостанда вакцинация пункттарын аса башлағас, Рәсәйҙең Һаулыҡ һаҡлау министрлығы уларҙың адрестарын һорап алды. Беҙ локацияны күрһәттек, ошонан һуң пункттарҙы Яндексҡа һәм Googl карталарға индерҙек, - ти республиканың һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Евгений Кустов. – Был бик ҡулайлы, бигерәк тә смартфондарҙы әүҙем ҡулланғандар өсөн: уңайлы ваҡытта вакцинация пункты һайлай алалар".

Картография хеҙмәттәрендәге мәғлүмәттәрҙең килеп сығыуы Рәсәйҙең Һаулыҡ һаҡлау министрлығы, "Росздравнадзор", “Диалог Регионы” йәмғиәтенең берлектәге проекты ярҙамында мөмкин булған.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республикала ковидтан 185 вакцинациялау пункты бар.

Фото: saratov.bezformata.com

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: