Сәләмәт булайыҡ
28 Июль 2021, 15:45

“Өйөгөҙгә индермәһәгеҙ ҙә була...”

Тармаҡта эште сифатлы һәм ваҡытында башҡарыу өсөн һәр кемдең сәләмәт булыуы кәрәк.

“Өйөгөҙгә индермәһәгеҙ ҙә була...”“Өйөгөҙгә индермәһәгеҙ ҙә була...”
“Өйөгөҙгә индермәһәгеҙ ҙә була...”

"Беҙҙең тармаҡ хеҙмәткәрҙәренең кәм тигәндә 80 процентының прививка яһатыуы шарт", - тип белдерҙе торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Алан Марзаев “Башинформ”да үткән брифингта.

"Беҙ, республикабыҙҙа утыҙ меңгә яҡын кеше, йәшәү өсөн мөһим объекттар – торлаҡ-коммуналь хужалығы эшмәкәрлеге өсөн яуап бирәбеҙ, – тине ул. – Хеҙмәткәрҙәрҙең ауырыуы сәбәпле эште туҡтата алмайбыҙ, быға хоҡуғыбыҙ юҡ. Подъездар таҙа булырға һәм ремонтланырға, ихаталар төҙөкләндерелергә, сүп-сар ваҡытында сығарылырға, юлдар таҙартылырға, канализация эшләргә, һыу һәм электр уты йорттарға инергә тейеш. Бының өсөн хеҙмәткәрҙәрҙең кәм тигәндә 80 процентының прививка яһатыуы шарт".  

Хөрмәтле ҡала халҡы, һеҙ өйөгөҙгә вакцинация тураһында документын күрһәтергә ашыҡмаған идарасы компания йәки ресурс ойошмаһы хеҙмәткәрен индермәҫкә хаҡлыһығыҙ. Вакцина яһатмаған хеҙмәткәр башҡалар өсөн хәүефле. Тармаҡтың үҙ эшен сифатлы һәм ваҡытында башҡарыуы өсөн һәр кемдең сәләмәт булыуы кәрәк.

Республикала 412 идарасы компания һәм 208 торлаҡ милекселәре ширҡәте бар. Уларҙа эшләүселәрҙең 80 проценты 20 авгусҡа тиклем прививка яһатасаҡ.

Фото: Gagarin.mos.ru

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас