Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
29 Июль 2021, 16:00

Хеҙмәткәрҙәр прививка яһата

Быйыл “Башспирт” йәмғиәте 225 йыллығын лайыҡлы ҡаршылау өсөн әҙерләнә. Бары ауырымаҫҡа кәрәк!

Хеҙмәткәрҙәр прививка яһата
Хеҙмәткәрҙәр прививка яһата

“Коронавирустан вакцина яһатыу –  үҙеңдең һәм яҡындарыңдың сәләмәтлеген хәстәрләү тигән һүҙ, һаулыҡтың ҡәҙерен айырыуса пандемия осоронда яҡшыраҡ аңлай башланыҡ”, – тип иҫәпләй “Башспирт” акционерҙар йәмғиәте хеҙмәткәрҙәре. Компания етәкселеге хеҙмәттәштәренә прививканың сиргә ҡаршы тәьҫирле сара булыуын иҫкә төшөрөп тороуҙан тыш, уларҙы ваҡытында вакцина яһатырға саҡыра.

“Башспирт” Өфө предприятиелары араһында вакцинация темпы буйынса тәүгеләр рәтендә бара, хеҙмәткәрҙәрҙең 69,4 проценты прививка эшләткән. Был – 1 289 кеше тигән һүҙ.  Өфө ҡалаһы буйынса иң яҡшы һөҙөмтәне  Нижегородкалағы  Өфө филиалы күрһәткән, хеҙмәткәрҙәрҙең 82,4 проценты прививкаланған. Етәкселәр мөһим эштең башында йөрөй, предприятиеның генераль директоры өлгөһөнә күптәр эйәргән.

“Беҙҙең коллектив йәш, сағыу, маҡсатлы йәштәрҙән тора, етәксенең позицияһын яҡлай, берҙәмлек күрһәтә. Коллектив иммунитет алыуға өлгәшеү, хеҙмәттәштәребеҙҙең һәм яҡындарыбыҙҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү – алдыбыҙҙа торған ҙур бурыс,” - тинеләр предприятиеның матбуғат хеҙмәтендә. Хеҙмәткәрҙәр коронавирусҡа антиесемдәрҙе билдәләүгә үткәрелгән  тестарҙы бушлай тапшырған. Төркөмләп вакцина яһатыу ойошторолған,  был эш әле лә дауам итә.  

Быйыл “Башспирт” йәмғиәте 225 йыллығын лайыҡлы ҡаршылау өсөн әҙерләнә. 21 һәм 22 октябрҙә  Өфөлә “Юғары градус” тип аталған халыҡ-ара форум үткәреү һәм Булгаков ҡасабаһында яңы заманса завод асыу планлаштырыла. Был бурыстарҙы атҡарып сығарыу өсөн һис һүҙһеҙ ныҡлы һаулыҡ һәм коллектив иммунитеттың булыуы мөһим.

 

Фото: "Башспирт" акционерҙар йәмғиәте.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: