Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
29 Июль 2021, 21:30

“Сәләмәт ауыл” старт алды

Проект 28 июлдән 31 авгусҡа тиклем дауам итә, һөҙөмтәһе ошо йылдың 15 сентябренә тиклем иғлан ителәсәк.

“Сәләмәт ауыл” старт алды
“Сәләмәт ауыл” старт алды

Республиканың муниципаль берәмектәрендә “Сәләмәт ауыл” проекты старт алды. Маҡсаты – төбәктәге ауылдар араһында яңы коронавирус инфекцияһынан  вакцинацияланған халыҡ һанын арттырыу юлы менән коллектив иммунитет тыуҙырыу.

“Сәләмәт ауыл”ды ойоштороусылар - ауыл медицина хеҙмәткәрҙәре, старосталар һәм йәмәғәтселәр. Проект 2021 йылдың 28 июленән 31 авгусҡа тиклем дауам итә һәм һөҙөмтәһе ошо йылдың 15 сентябренә тиклем иғлан ителәсәк.

Сарала 200-ҙән алып өс меңдән ашыу халыҡ йәшәгән ауылдар ҡатнашасаҡ. Еңеүселәр аҡса менән бүләкләнәсәк, беренсе урынға сыҡҡан тәүге дүрт еңеүсенең һәр береһенә 450 мең һум, икенсе урынды алған һигеҙ ауылға 400-әр мең һум, 12 ауылға 350-шәр мең һум аҡса биреләсәк. Шулай уҡ ауылда вакцинация өсөн яуап биргән медицина хеҙмәткәрҙәре, йәмәғәтселәр ҙә дәртләндереләсәк. Проект операторҙары ҡатнашыусылар өсөн баһалау критерийҙарын билдәләгән. Ауыл тораҡтары араһында: прививканың беренсе компонентын алған халыҡ һаны вакцинацияланырға тейешле халыҡтың дөйөм һанына ҡарата 80 проценттан да кәм булмаҫҡа тейеш. Ауыл медицина хеҙмәткәрҙәренең һәм йәмәғәтселәрҙең дөйөм эш күләме, күпме акция, сара, әңгәмә үткәреүе лә баһаланасаҡ.

Проект менән ошонда таныша алаһығыҙ: Положение проекта "Здоровое село" [303,33 Kb]

Фото: ”Башинформ”.

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: