Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
29 Июль 2021, 19:00

Тағы ла ете ауырыу вафат...

Рәсәйҙә эпидемияға бәйле хәл көсөргәнешле. Тәүлек эсендә 799 ауырыуҙың вафат булғаны билдәле.

Тағы ла ете ауырыу вафат...
Тағы ла ете ауырыу вафат...

Мәкерле вирус ҡорбандарын һағалап ҡына тора. Һуңғы тәүлектә республикала сирҙе 259 кешенең йоҡторғаны асыҡланды, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ете ауырыу вафат булған. Был хаҡта коронавирус таралыуын иҫкәртеү буйынса оператив штаб хәбәр итә.

Пандемия башланғандан алып республикала барлығы 47 738 кешенең сирҙе йоҡторғаны билдәле. Вирус ҡорбандары һаны 755-кә етте. Тәүлек эсендә 156 ауырыу һауыҡҡан.

Рәсәйҙә эпидемияға бәйле хәл көсөргәнешле. Тәүлектә 799 ауырыуҙың вафат булғаны билдәле. Йәнә 23 270 кешенең вирусты йоҡторғаны асыҡланған. Белгестәр әйтеүенсә, сирҙе туҡтатыу юлы бер генә - прививка эшләтеү. Республикаға “Спутник Лайт” вакцинаһы килтерелгәнен дә иҫегеҙгә төшөрәбеҙ.

Фото: "Башинформ".

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: