Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
29 Июль 2021, 23:00

Йоҡлаған ваҡытта - яҡшы дауа

Табанға өс компоненттан торған компресс һалып ятып, төрлө ауырыуҙарҙан ҡотолорға мөмкин. Быны нисек эшләү тураһында - яҙмала.

Йоҡлаған ваҡытта - яҡшы дауа
Йоҡлаған ваҡытта - яҡшы дауа

Билдәле булыуынса, йәшәй-йәшәй организмда бик күп токсиндар һәм шлактар туплана, улар үҙ сиратында эске ағзаларға функцияларын үтәүҙә ҡамасаулыҡ тыуҙыра. Дөрөҫ туҡланмау, стресс, алкоголь, тәмәке тартыу - организмда шлак һәм токсиндарҙың йыйылыуына иң ҙур сәбәптәр.

Һәр сиргә - үҙ дауаһы. Был осраҡта ла халыҡ дауаһы алымын ҡулланып, организмды таҙартырға мөмкин. Бының өсөн табанға өс компоненттан торған компресс (был ысул йоҡлаған саҡта яҡшы эшләй) һалыу ыңғай йоғонто яһаясаҡ. Уны бер нисә ҡулланыуҙан һуң яҡшы һөҙөмтәһе һиҙелер.

Компресс өсөн кәрәк:
биш теш һарымһаҡ,
бер һуған,
100 мл һыу.

Ҡулланыу:
Ваҡланған һуған менән һарымһаҡты ҡайнар һыуға һалып 5-10 минут ҡайнатҡас, уттан алып һыуытырға. Ошо һыуға манылған мамыҡ тампондарҙы табандың урта өлөшөнә ябып, нығытып, тышынан ойоҡбаш кейеп, төнгөлөккә ҡалдырырға кәрәк.

Иртән япманы алғас, уның ҡарайғаны күренер. Бындай компресты көн аша ике аҙна буйы эшләргә мөмкин.

Һарымһаҡ - елһенеүгә ҡаршы көслө сара, һуған - тәбиғи антисептик. Был ысулды бер нисә тапҡыр ҡулланғандан һуң быуындарҙың һыҙлауы, баш ауыртыуы, шешенеү кәмей, эске ағзаларҙың эшмәкәрлеге юлға һалынып, дөйөм хәл-торош яҡшыра.

Фото: linarasorokolet.ru

 

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас: