Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
30 Июль 2021, 13:30

“Һау Өфө” акцияһының тәүге еңеүселәре кемдәр булыр?

Иртәгә, 31 июлдә, “Вся Уфа” ҡала телеканалының тура эфирында Башҡортостан шифаханаларының береһендә 14 көн ял итәсәк 22 еңеүсе билдәләнә.

“Һау Өфө” акцияһының тәүге еңеүселәре кемдәр булыр?
“Һау Өфө” акцияһының тәүге еңеүселәре кемдәр булыр?

Иртәгә, 31 июлдә, “Вся Уфа” ҡала телеканалының тура эфирында Башҡортостан шифаханаларының береһендә 14 көн ял итәсәк 22 еңеүсене билдәләйәсәктәр.

Уйында әле ҡатнашыу мөмкинлеге бар. “Торатау” конгресс-холындағы вакцинация үҙәгендә прививка эшләткәндәр ошондай хоҡуҡҡа эйә. Билеттар тап шул майҙансыҡта уйнатыласаҡ.

Иртәгә конгресс-холда вакцина яһатырға планлаштырғандарҙы төрлө бүләктәр ҙә көтә.

“Һау Өфө” акцияһы тура эфирға 10.30 сәғәттә сығасаҡ. Ҡарарға онотмағыҙ!

Фото: "Вся Уфа".

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас: