Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
30 Июль 2021, 21:00

Ҡайһы районда вирусты күберәк йоҡторалар?

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тәүлектә йәнә ете пациенттың ғүмере өҙөлдө...

Ҡайһы районда вирусты күберәк йоҡторалар?
Ҡайһы районда вирусты күберәк йоҡторалар?

Һуңғы тәүлектә  республикала коронавирус инфекцияһын 257 кеше йоҡторған. “Лидерлыҡ”ты Белорет районы (71 осраҡ), Салауат (39), Өфө ҡалалары (34), Мәләүез (22) һәм Миәкә (18) райондары тота.

Пандемия осоронда инфекцияны йоҡторғандар һаны 47 995-кә етте. Әле амбулатор шарттарҙа - 2 275, стационарҙарҙа 648 ауырыу дауалана. 417 кеше һауыҡҡан. 58 ауырыуҙың хәле ауыр, өсөһө үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тәүлектә йәнә ете пациенттың вафат булғаны асыҡланды. Вирус ҡорбандары һаны республикала 762-гә етте.

Рәсәйҙә тәүлек эсендә 23 564 кеше инфекцияны йоҡторған һәм 794 ауырыу вафат булған.

Фото: zen.yandex.ru

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: