Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
30 Июль 2021, 13:09

Сирҙәрҙе иҫкәртеү буйынса күнегеүҙәр

Һаулыҡты ҡаҡшатып, аҙаҡ дауаланып йөрөүгә ҡарағанда, булғанын һаҡлау күпкә еңелерәк, тигән ҡараш йәшәй Көнсығыш халҡында, шуға күрә сәләмәт булыр өсөн бәләкәй саҡтан унда түбәндәге ҡағиҙәләрҙе үтәү – ғәҙәти күренеш.

 Беренсе ҡағиҙә. Сәсте йышыраҡ тарарға. Быны ҡул бармаҡтары ярҙамында маңлайҙан артҡа ҡарай яй һәм еңелсә хәрәкәт менән башҡарыу зарур. Көн һайын иртән йөҙ тапҡыр шулай эшләгәндә, баштың энергетик нөктәләре ҡеүәтләнә, баш ауыртыуы баҫыла, күреү һәләте яҡшыра, ҡан баҫымы төшә.

Икенсе ҡағиҙә. Битте ыуаларға. Уның өсөн тәүҙә устарҙы ышҡып ҡыҙҙырып алырға ла, урта бармаҡтарҙы танау мөйөшөнә ҡуйып, өҫкә – маңлайға табан битте һыпырырға һәм сикә буйлап төшөрөргә кәрәк. Был күнегеүҙе лә көн дә иртән 30 тапҡыр эшләгәндә, ҡан әйләнеше яҡшырыр, ҡан баҫымы төшөр, бит тиреһе шымарыр. Әйткәндәй, был нөктәләрҙе һыпырыу танау тонғанда ла ярҙам итә.

Өсөнсө ҡағиҙә. Күҙҙәргә күнекмә. Уңға-һулға 15-әр тапҡыр яйлап ҡына күҙ алмаларын йөрөтөү һәм, уларҙы йомоп, ҡапыл асыу кеүек күнегеүҙәр күреүҙе яҡшырта, шулай уҡ бауырға яҡшы тәьҫир итә.

Дүртенсе ҡағиҙә. Тештәрҙе тештәргә тейҙереп шаҡылдатыу. 24 тапҡыр төпкө тештәр, 24 тапҡыр алғы тештәрҙе бер-береһенә тейҙереп алыу уларҙы нығытырға булышлыҡ итә.

Бишенсе ҡағиҙә. Ҡолаҡтарҙы һуғып алыу. Иртән йә арыу тойғанда, ус менән ҡолаҡтарҙы ҡаплап, урталағы өс бармаҡ менән 12 тапҡыр соңҡаға һуғып алғанда, баш әйләнгәндә, ҡолаҡ шаулағанда, ауыртҡанда ярҙамы тойолор. Шулай уҡ ул ишетеү һәләтен һәм хәтерҙе нығыта.

Алтынсы ҡағиҙә. Аңҡауҙың өҫкө яғына телде тейҙергәндә, ауыҙҙа шайыҡ йыйыла. Уны көн дауамында йыш йотоп торорға кәңәш ителә. Был эске ағзаларға бик файҙалы, аш һеңдереү эшмәкәрлеге өсөн бигерәк тә.

Етенсе ҡағиҙә. Эстә йыйылған һауаны тышҡа сығарып бөтөрөү. Эс һәм күкрәкте тултырып тын алабыҙ ҙа, бер аҙ һулышты туҡтатып, ауыҙ аша яйлап ҡына сығарабыҙ. Биш-ете тапҡыр ҡабатлағыҙ. Тын алышты көйләй, ҡурылдай быумаһынан (астманан) ыҙаланғандарға ярҙамы тейә.

Һигеҙенсе ҡағиҙә. Аяҡ-ҡул остарын йыш һелкеп тороу. Был күнегеүҙе ятып та, баҫып тороп та эшләргә мөмкин. Ул аяҡ-ҡулдарҙы нығыта, организмды уята, быуындар өсөн файҙалы.

Туғыҙынсы ҡағиҙә. Аяҡ табандарын ышҡыу. Йоҡлар алдынан аяҡты йыуғас, ҡулды ышҡып ҡыҙҙырып, табанға 50-100 тапҡыр түңәрәк хәрәкәттәр яһау бөйөрҙәр өсөн яҡшы һөҙөмтә бирә, йөрәк менән бәйләнешен нығыта, бауырҙы тынысландыра, күреү һәләтен яҡшырта.

Был күнегеүҙәрҙе тыныс, яй, көсөргәнешһеҙ эшләргә кәрәк. Көн һайын ошоларҙы ҡабатлағыҙ һәм һау-сәләмәт булырһығыҙ.

 - Әҡлимә ҒИЗЗӘТУЛЛИНА.

Читайте нас: