Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
30 Июль 2021, 09:00

Йәш күренеүҙең ете сере

Миҙгелдәр менән бергә ғүмер ҙә үтә. Ваҡыт уҙыуына ҡарамай, нисек йәш, матур булып ҡалырға?

Йәш күренеүҙең ете сере
Йәш күренеүҙең ете сере

Ғалимдар пластик операцияһыҙ ҙа йәш күренеүҙең ете сере хаҡында әйтә. Әгәр был ҡыҙыҡһындырһа, түбәндәгеләр – һеҙҙең өсөн.

Иң беренсе сиратта – йоҡо. Кем иртәрәк һәм ете сәғәттән күберәк йоҡлай, шуның организмында йәшлек гормоны – мелатонин – барлыҡҡа килә.

Икенсе урында – мөмкин тиклем көсөргәнешле хәлдәрҙе булдырмау һәм тик яҡшы уйҙар менән йәшәү.

Өсөнсөнән, саф һауала күберәк йөрөргә тырышығыҙ.

Дүртенсенән, алкоголь һәм тәмәке тартыу тигән насар ғәҙәттәрҙән ары тороу.

Бишенсенән, ҡояштан һаҡланыу зарур. Юғиһә туранан-тура төшкән ҡояш нурҙары тәндең һығылмалылығын һәм ныҡлығын тәьмин итеүсе коллагенды кәметә.

Тәмле, шәрбәтле әйберҙәрҙе яратыу ҙа яҡшы түгел. Белгестәр, артыҡ глюкоза тәндең ҡартайыуына килтергән алтынсы сәбәп, тип билдәләй.

Ә етенсеһе – климат үҙгәрештәренән һаҡланыу. Шуға тыуған ерҙең тәбиғәт үҙенсәлектәренән артыҡ айырылмаған урындарҙа ял итеү яҡшыраҡ.

Фото: prof-medicina.ru.

 

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: