

Башҡортостанда ковид менән ауырығандарҙың артыуы күҙәтелә: һуңғы тәүлектә 256 сирле асыҡланған, туғыҙ кеше вафат булған. Был күрһәткес республикала иң ҙур антирекорд булараҡ теркәлде.
Республикала был сирҙе йоҡторғандар 48 251-гә етте.
Һуңғы тәүлектә 295 пациент дауахананан һауығып сыҡҡан. Шәбәйгәндәрҙең дөйөм һаны — 44 612. Әле 57 кеше ауыр хәлдә, өсәүһе үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған.
Коронавирустан прививканың тәүге компонентын 933 694 кеше һалдырған, 676 960 кеше иһә вакцинацияны тулыһынса тамамлаған.
Һаулыҡ һаҡлау министрлығы иҫкәртә: бөтә донъяға хәүеф алып килгән сирҙе тик прививка менән генә еңергә мөмкин. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ, сәләмәт булайыҡ!
Фото: zen.yandex.ru