Сәләмәт булайыҡ
1 Август 2021, 12:00

Тағы һигеҙ кеше вафат...

Башҡортостанда ковидҡа ҡаршы вакцинаның тәүге компонентын эшләткәндәр 939,6 меңгә еткән, ә икәүһен дә 685,7 кеше яһатҡан.

Тағы һигеҙ кеше вафат...Тағы һигеҙ кеше вафат...
Тағы һигеҙ кеше вафат...

Стопкоронавирус.рф сайтында хәбәр ителеүенсә, һуңғы тәүлектә республикала тағы ла һигеҙ кеше вирус ҡорбаны булған. Пандемия башланғандан алып төбәктә ковидтан бөтәһе 779 кеше вафат.

Ауырыу йоҡторғандар тағы өҫтәлгән - 258 кеше. Коронавирус менән сирләгәндәрҙең дөйөм һаны 48,5 меңгә етте. Һуңғы тәүлектә 187 пациент дауаханаларҙан шәбәйеп сыҡҡан. Шулай итеп, һауыҡҡандарҙың дөйөм иҫәбе - 44,8 мең.

Рәсәйҙәге хәлгә килгәндә, һуңғы тәүлектә ковидтан 789 кеше вафат булған. Шулай уҡ сир йоҡтороуҙың 22,8 мең яңы осрағы асыҡланған.

Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан белдереүҙәренсә, әле республика стационарҙарында 685 пациент дауалана. Уларҙың 400-ҙән күберәге - 60 йәштән өлкәндәр. 55 кеше ауыр хәлдә, дүртәүһе үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған.

Ведомствонан хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостанда ковидҡа ҡаршы вакцинаның тәүге компонентын эшләткәндәр 939,6 меңгә еткән, ә икәүһен дә 685,7 кеше яһатҡан.

"Һуңғы тәүлектә төбәктә 13,6 мең граждан прививка ҡаҙатты. Әле республикаға ковидҡа ҡаршы 1,065 миллиондан ашыу доза килтерелде, - тип белдерә Һаулыҡ һаҡлау министрлығы. - Аяуһыҙ вирустан ҡотолоуҙың бер генә юлы бар - вакцина эшләтеү".

Фото: lenta.ru

Автор:Даян Мазитов
Читайте нас