Сәләмәт булайыҡ
2 Августа 2021, 09:30

13 кешелә ҡурҡыныс сир асыҡланған

Талпан ҡаҙалыу проблемаһы менән быйыл 7403 кеше мөрәжәғәт иткән.

13 кешелә ҡурҡыныс сир асыҡланған13 кешелә ҡурҡыныс сир асыҡланған
13 кешелә ҡурҡыныс сир асыҡланған

Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә “Роспотребнадзор” вәкилдәре талпан тешләүҙән сирләгән кешеләр тураһында һөйләне.

Төбәк ведомствоһы етәксеһе урынбаҫары Галина Пермина белдереүенсә, быйыл 7403 кеше талпан ҡаҙалды тип мөрәжәғәт иткән. Уларҙың 2700-еһе – балалар. Әйткәндәй, быйыл ошо проблема менән мөрәжәғәт иткән кешеләр һаны 16 процентҡа кәмерәк теркәлгән.

Талпан ҡаҙалыуҙан барлыҡҡа килгән сирҙең мәкерле икәнлеген күптәр белә. Быйыл ошо бөжәктәрҙән йоҡҡан энцефалит һәм боррелиоз менән 13 кеше сирләгән.

"Башҡортостандың Гигиена һәм эпидемиология үҙәге лабораторияларында 7883 талпан тикшерелде. Уларҙың 1,1 проценты энцефалит һәм 28,5 проценты боррелиоз сирен йөрөтөүсе булыуы асыҡланған", – тине Галина Пермина.

Уның белдереүенсә, йыл башынан дүрт кеше талпан энцефалиты һәм туғыҙ кеше боррелиоз сирен йоҡторған.

Фото: medikforum.ru

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас