

Вице-премьер – һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә Башҡортостанда “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын тормошҡа ашырыу барышы тураһында һөйләне.
"2019 йылдан алып республикала “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты бурыстарын тормошҡа ашырыу өсөн ете төбәк проекты үтәлә. Илдең Һаулыҡ һаҡлау министрлығы менән килешеүҙәр төҙөү юлы аша Башҡортостанға 2021 йылға 53 маҡсатлы күрһәткесте үтәү бурысы ҡуйылды. Шуны еткерәм: 21-е буйынса план күрһәткестәре үтәлде, 23-өндә күҙаллауҙар ыңғай, туғыҙ проектта проблемалар булыуы күҙаллана", – тине Максим Забелин.
Министр шул проблемалы күрһәткестәргә айырым туҡталды. Мәҫәлән, “Халыҡтың йөрәктең ишемия сирҙәренән вафат булыуы” һәм “Яман шештәр менән сирләгәндәрҙең бер йылда үлем осраҡтары” пункттарын үтәүгә оҙайлы коронавирус пандемияһы тәьҫир иткән. Беренсе осраҡҡа килгәндә, коронавирус тап ошо сирҙәргә тейә һәм уның ауырлығы булып үлем осрағы тора. Ә яман шештәр буйынса, 2020 йылда пандемия сәбәпле диспансерлаштырыу һәм планлы эштең туҡтатылып тороуы сәбәпсе.
Тағы бер кире күрһәткес – бәләкәй балаларҙың үлем осраҡтары. Бында етлекләй тыуған сабыйҙарға медицина ярҙамы күрһәтеү, ауырлы ҡатындарҙың медицина ярҙамы һорап һуң мөрәжәғәт итеүе, йәштәр араһында хроник сирҙәрҙең артыуы насар күрһәткестәргә килтерә.
Йылдың тәүге яртыһында бәләкәй балаларҙың үлем күрһәткесе иҫән тыуған 1000 балаға 5,8 кимәлендә теркәлгән, был уҙған йылдың ошо ваҡыты менән сағыштырғанда 3,3 процентҡа түбәнерәк.
"Бер йәшкә тиклемге 119 бала үлгән, былтырғы менән сағыштырғанда, өс осраҡҡа кәмерәк, – тине Максим Забелин. – Иң насар күрһәткестәр – биш районда: Ҡалтасыла, Ҡариҙелдә, Дыуанда, Мәсетлелә, Баҡалыла. 22 муниципалитетта ярты йыллыҡ һөҙөмтәләр буйынса нулле күрһәткестәр һаҡлана.
Район һәм ҡалаларға медицина кадрҙарын йәлеп итеү буйынса ла ҙур эштәр башҡарыла. Был йәһәттән иң яҡшы практикалар түбәндәге муниципалитеттарҙа күҙәтелә. Краснокама һәм Нуриман районы студенттарға ныҡлы ярҙам күрһәтә. Иглин, Тәтешле, Саҡмағош йорт төҙөү өсөн участкалар биреү йәһәтенән алдынғы. Эшкә алған саҡта “подъемный” түләү буйынса Ишембай районына еткәндәр юҡ. Әбйәлил, Бәләбәй, Балаҡатай, Ишембай, Краснокама, Мәләүез, Нуриман райондары һәм Ағиҙел ҡалаһында социаль ярҙам күрһәтеү маҡсатында үҙ программалары булдырылған. Иң күп табиптар Ҡалтасы, Архангел, Яңауал райондарына, Салауат ҡалаһына килгән. Киткәндәр иһә Өфө, Стәрлетамаҡ ҡалаларында, Мәләүез, Ҡырмыҫҡалы, Бәләбәй райондарында теркәлгән.
"Быйыл милли проектты финанслау 2,6 миллиард һум тәшкил итә, уларҙың ике миллиард һумы – федераль бюджет аҡсаһы, 636 миллион һумы – республика бюджетынан", – тине министр.
Фото: kleo.ru