

Башҡортостан Хөкүмәтендә Премьер-министр Андрей Назаров рәйеслегендә коронавирус инфекцияһына ҡаршы халыҡты вакцинациялау барышы ҡаралған сираттағы видеоселектор кәңәшмәһе булды.
Андрей Назаровтың әйтеүенсә, коронавирус инфекцияһының таралыу күрһәткестәре элеккесә эпидемиологик хәлдең яҡшырыуы тураһында һығымта яһарға мөмкинлек бирмәй. Үткән аҙнала ғына республикала ике меңгә яҡын кеше ауырыған, үлем кимәле лә юғары әле.
– Коронавирус инфекцияһы таралыуын туҡтатыу өсөн вакцинациянан башҡа вариант юҡ. Беҙҙә һыналған сара бар. 30 июлгә ҡарата республикаға бер миллиондан ашыу доза вакцина килтерелде. Халыҡтың яртыһы тиерлек уның тәүге компонентын яһатҡан. Татьяна Голикова етәкселегендә 22 июлдә үткәрелгән оператив штаб ултырышы һөҙөмтәһе буйынса 1 сентябргә тиклем – халыҡтың 60 процентын, ә 1 ноябргә хәтлем өлкән йәштәгеләрҙең 80 процентын прививкалау бурысы ҡуйылған. Был коллектив иммунитет булдырыу өсөн бик мөһим, – тине Премьер-министр.
Премьер-министр урынбаҫары – һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин әйтеүенсә, республикаға 1 065 338 доза вакцина килтерелгән, был вакцинацияланырға тейешле 1 900 000 кешенең 56 процентын прививка менән солғарға етә. Федераль регистр мәғлүмәттәре буйынса, 25 июлгә вакцинаның беренсе компонентын 918 656 кеше ҡаҙатҡан (халыҡтың 48,3 проценты), улар араһында алтмыш йәштән өлкәнерәктәр – 232 463 кеше (27,2 %). Вакцинаның ике компонентын да алғандар – 688 582 кеше. Республика предприятиеларында вакцинация барышы тураһында Хөкүмәт Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов һөйләне.
– Беҙҙең табиптар хәүефле инфекцияға ҡаршы көрәштең алғы һыҙығында бара, бөтәбеҙ ҙә уларға әүҙем ярҙам итергә һәм терәк булырға тейешлегебеҙҙе аңлайбыҙ. Төбәк кимәлендә предприятиеларҙа хеҙмәткәрҙәрҙе вакцинациялау дауам итә. Уларҙа хеҙмәткәрҙәрҙең дөйөм һаны 1,2 миллион тирәһе булыуын иҫәпкә алып, республикала был эште бик мөһим тип иҫәпләйбеҙ.
Предприятие етәкселәре, шул иҫәптән сәнәғәт тармаҡтарына ҡарағандары, бурыстың мөһимлеген аңларға тейеш. Хеҙмәткәрҙәрҙе вакцинацияға йәлеп итеү өсөн аңлатыу эштәре алып барыла, дәртләндереү саралары уйлап табыла. Дөйөм алғанда, сәнәғәт предприятиеларында прививка яһатыу буйынса эш әүҙем бара. Тик әлегә аҙнаһына 2 – 4 процент тәшкил иткән вакцинация темпы коллектив иммунитет булдырыу һәм граждандарҙың 80 процентын билдәле ваҡытҡа вакцинациялау өсөн етерлек дәрәжәлә түгел. Рәсәй Президенты эште тиҙләтергә ҡушты, – тине Рөстәм Моратов.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.