Сәләмәт булайыҡ
2 Август 2021, 16:00

Глицерин тамсыһы ярҙамға килер

Өйҙө йыйыштырыу эшендә ошо сараны ҡулланыу сәләмәтлек өсөн дә хәүефһеҙ.

Глицерин тамсыһы ярҙамға килерГлицерин тамсыһы ярҙамға килер
Глицерин тамсыһы ярҙамға килер

Ниндәй генә йортта йәшәһәң дә, уны тәртиптә тотоу, ваҡытында йыйыштырыу, йыһаздарға туҙан ҡундырмай һөртөп тороу кәрәк.

Хужабикәләргә эштең ҙур өлөшө төшә, улар көн һайын төрлө йыһаздар, техника, тәҙрә, өҫтәл өҫтәрен таҙа тотоу өсөн химик саралар ҡуллана. Хәҙер өй йыйыштырыу өсөн спрейҙар, универсаль саралар, антистатик щеткалар, һеперткеләр етерлек.

Йыһаз өҫтәрен ике-өс айға туҙан ҡуныуҙан һаҡлаусы сара булыуын апайҙар һәм өләсәйҙәребеҙ яҡшы белгән. Улар глицериндың бер нисә тамсыһын микрофибраға тамыҙып, йыһаздарҙы туҙан ҡундырыуҙан һаҡлаған. Химик сараларға ҡарағанда уның өҫтөнлөктәре күберәк: туҙан йыйылыу процесын оҙайлы ваҡытҡа аҡрынайта, лак менән буялған йыһаздарҙы ла уның менән эшкәртергә мөмкин, көҙгө һәм йыһаздарҙы туҙан ҡуныуҙан һаҡлай. Иң мөһиме - сәләмәтлек өсөн глицериндың зыяны юҡ. Уны хатта музейҙарҙа экспонаттарҙы туҙандан һаҡлау өсөн файҙаланалар, ҡунаҡханаларҙа йыһаздар өҫтөн эшкәртәләр. Бер ниндәй еҫе булмағас, аллергиктар өсөн дә хәүеф тыуҙырмай.

Фото: severdv.ru

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас