

Июнь айы аҙағында Бүрәт Республикаһында коронавирустың ҡотороуы сәбәпле тулыһынса локдаун иғлан ителде. Хәлдең үтә ауырлығы билдәле инде, бындай кимәлдәге локдаун бары ошо төбәккә генә хас.
Башҡортостан табиптары пациенттарҙы ҡотҡарыу өсөн хәүефле "ҡыҙыл зона"ларҙа эшләне. Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһы ординаторҙары һәм анестезиологтары, реаниматолог һәм инфекционистары теүәл бер ай буйына коллегаларына сиргә ҡаршы көрәштә ярҙам ҡулы һуҙҙы. Илдең башҡа төбәктәренән килгән белгестәр ҙә эпидемиологик хәлде йомшартыу өсөн ҡулынан килгәндең барыһын да эшләне.
– Беҙ бүрәттәр тамам өмөтһөҙлөккә төшкән минуттарҙа ярҙамға килдек. Һәр беребеҙ "ҡыҙыл зона"ла 280 сәғәттән алып 340 сәғәткә тиклем ваҡыт уҙғарҙы. Был – бик ҙур һан, оло көсөргәнеш һәм фиҙакәрлек талап иткән хеҙмәт, – тине Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһының табип-анестезиологы Никита Здорик.
Фото: BashNews