Сәләмәт булайыҡ
3 Август 2021, 07:00

“Беҙ имеш-мимешкә нығыраҡ ышанабыҙ”

Уйҙырмаларға ҡаршы берҙән-бер ҡоралыбыҙ – дөрөҫлөк.

“Беҙ имеш-мимешкә нығыраҡ ышанабыҙ”“Беҙ имеш-мимешкә нығыраҡ ышанабыҙ”
“Беҙ имеш-мимешкә нығыраҡ ышанабыҙ”

Ковид госпиталдәре бына икенсе йыл инде  көсөргәнешле режимда эшләүҙәрен дауам итә. Көн һайын хәүефле сир, “ҡыҙыл зона”, хәл өҫтөндәге ауырыуҙар, яңы тулҡын менән осрашҡан табиптар менән әңгәмәләшеүҙән  ниндәйҙер яңылыҡ, күңелде күтәрерлек хәбәр көтәһең. Өфө ҡалаһының Дим районындағы госпиталь эшмәкәрлеге хаҡында аҙ яҙманыҡ, әлбиттә. Унда тупланған  берҙәм коллектив бөгөн дә  фиҙакәрлек менән сирлеләрҙе үлемдән, өҙлөгөүҙәрҙән аралау өсөн тырышып эшләй. Дим районы ҡала клиник дауаханаһының  баш табип урынбаҫары, медицина фәндәре докторы Шамил Тимербулатовтың “Башинформ” агентлығына биргән интервьюһынан бер өлөштө   һеҙҙең ҡарамаҡҡа тәҡдим итәбеҙ.

– Беҙҙең дауахана үткән йылдың февраленән алып ғәҙәттән тыш хәлдә эшләй. Йыл буйы ковид госпитале булараҡ эшләгәндән һуң  быйыл  апрелдә ғәҙәти эш режимына күстек. Ҡыуаныс оҙаҡҡа барманы, сираттағы сир тулҡыны йәнә ковид госпиталенә әүерелдерҙе.

Вирус  тере булғас, ниндәй генә хәлгә тарымаһын, барыбер яраҡлашырға, йәшәргә тырыша. Хәҙер ауырыуҙар араһында 30-40 йәшлектәр күбәйҙе, хеҙмәткә һәләтле йәштәгеләр күҙгә күренеп артты. Сир ҙә ауырыраҡ үтә, үпкә менән генә түгел, ашҡаҙан-эсәк юлы менән  проблемалар киҫкенләште. Элегерәк ярҙам иткән препараттар  дауалауҙа  һәр саҡта ла һөҙөмтә  бирмәй.  Хәҙер сирҙең билдәләре тиҙерәк һиҙелә, элек инкубация осоро яҡынса  аҙна буйы дауам итһә, әле ике-өс көндә кешенең үпкәһе ныҡ зарарланырға өлгөрә, – ти табип Шамил Тимербулатов.

–Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы етәксеһе иҫкәртеүенсә, коронавирустың тағы ла хәүефлерәк штаммы күренеүе ихтимал. Был хаҡта ни уйлайһығыҙ?

–Булыуы бик ихтимал.

–Дауаханаға вакцина яһатҡандар йыш эләгәме?

–Теүәл генә һанын әйтә алмайым, улар күп түгел, сирҙе еңел кисерәләр, реанимацияға эләккән һәм үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған  ауырыуҙар улар араһында юҡ. Прививка вирус йоҡтороуҙан һаҡлай алмай, ул һеҙҙе  реанимацияға барып етеүҙән ҡотҡара. Беҙҙең вакциналар үҙгәреүсән вирусҡа ҡаршы ла тора ала.

– Вакцинация ни өсөн беҙ теләгәнсә тиҙ бармай? Ҡайһы бер илдәр тулыһынса вакцинацияны тамамланы, ә беҙ һаман да халыҡты өгөтләп маташабыҙ...

–Был, моғайын, беҙҙең менталитеттың бер өлөшөлөр, “миңә теймәҫ әле,” тип өмөтләнеү,  ”тейһә – тейенгә, теймәһә – ботаҡҡа” тип уйлау ғәләмәтелер... Беҙҙең халыҡ дарыуҙарҙың сит илдә етештерелгәненә нығыраҡ ышана. Тәүҙә һәр кем илдә вакцина етештерелеүен  көтөп алды, бер түгел, ә бер нисә вакцина уйлап табылғас, “ниңә былай бик тиҙ булды” тип шикләнә башланы.  Үҙебеҙҙең поликлиникалар базаһында ғына 20 меңгә яҡын кешене прививкаланыҡ, бер ниндәй кире һөҙөмтә булманы. Эйе, тәүге көндәрҙә температура күтәрелеүе, тән ауыртыуы, хәлһеҙлек күҙәтелеүе ихтимал. Быны организмдың  тәбиғи реакцияһы тип ҡарарға кәрәк. Вакцина эшләй башланы тигән һүҙ.

– Социаль селтәрҙәр төрлө уйҙырмалар менән тулы. Уларға ҡаршы нисек көрәшергә?

–Бер йыл элек “коронавирус юҡ ул,  донъяла йәшерен һүҙ ҡуйышыу ғына бар”,  тип раҫлайҙар ине. Хәҙер  вакцина насар  йәки уның файҙаһы юҡ, тип хәбәр тараталар. ”Бала тапмағандарға вакцина яһатырға ярамай”, тигән уйҙырманы кем уйлап сығарғандыр? Илдең  баш акушер-гинекологы был хәбәрҙе кире ҡаҡты, аңлатып ҡараны, ә  икеләнеүселәр кәмемәне. Беҙҙең дауахана базаһында республикала  берҙән-бер булған “ковид” бала табыу бүлексәһе эшләй.   Үҙ тәжрибәбеҙҙә прививка яһатҡандарҙың һәм сир үткәргәндәрҙең имен-аман бала табыуҙарын күрәбеҙ.

– Был имеш-мимештәр,  уйҙырмалар менән көрәшергә кәрәкме?

– Беҙ – табиптар, ауырыуҙарҙы дауалайбыҙ, ә эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре түгелбеҙ.  Бары дөрөҫ мәғлүмәт бирә, вакцинаның нимәнән тороуы, нисек эшләнеүе, нисек тәьҫир итеүе  хаҡында һөйләй алабыҙ. Уйҙырмаларға ҡаршы берҙән-бер ҡоралыбыҙ – дөрөҫлөк.

– Коллективығыҙ прививка яһаттымы?

– Унһыҙ дауаханала  нисек эшләмәк кәрәк? Вакцинация буйынса күрһәткес беҙҙә юғары. Табиптарыбыҙ  тәүлегенә һигеҙәр сәғәт “ҡыҙыл зона”ла эшләй, унда вирус көсөргәнеше бик ҙур,  эҫе булыуға ҡарамаҫтан,  тығыҙ костюмдарҙа, респираторҙарҙа һәм күҙлектәрҙә йөрөргә тура килә. Хәҙер иң мөһиме – вирустың таралыуын туҡтатыу өсөн мөмкин тиклем күберәк халыҡты прививкалау, яңы тулҡынды кире ҡағыу. Үкенескә ҡаршы, башҡа варианттар юҡ. Бындай режимда даими эшләргә мөмкин, тик табиптар ресурсы сикһеҙ түгел.

 

Фото:”Башинформ”.

 

“Беҙ имеш-мимешкә нығыраҡ ышанабыҙ”
“Беҙ имеш-мимешкә нығыраҡ ышанабыҙ”
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас