Сәләмәт булайыҡ
3 Август 2021, 14:30

Ирекмән хәүефһеҙ булһын

Штаб тормошто яратҡан, әүҙем һәм битараф булмаған кешеләрҙе берләштерә. Мәҫәлән, Файығ Гаджиев күптән түгел баш ҡалала йәшәгән күп балалы ғаиләгә аҙыҡ-түлек алып барған.

Ирекмән хәүефһеҙ булһынИрекмән хәүефһеҙ булһын
Ирекмән хәүефһеҙ булһын

Көн һайын Берҙәм ирекмәндәр штабы ағзалары ярҙам һорап мөрәжәғәт иткән кешеләргә ашыға. Штаб тормошто яратҡан, әүҙем һәм битараф булмаған кешеләрҙе берләштерә. Мәҫәлән, Файығ Гаджиев күптән түгел баш ҡалала йәшәгән күп балалы ғаиләгә аҙыҡ-түлек алып барған.

 

Был ғаилә Черниковка биҫтәһендә, ятаҡта көн итә. Ғаилә башлығы Александр ваҡытлыса эшләмәһә, хужабикә магазинға урынлашҡан. Өс ҡыҙ тәрбиәләйҙәр: өлкәндәре Вероника 9-сы класҡа күскән, Яна – өсөнсөгә. Бәләкәстәре Доминикаға – 6 йәш.

 

Файығ Гаджиев һәр саҡ кешеләргә ярҙам итәм һәм был шөғөл миңә оҡшай, тип белдерә. Ул Өфө нефть техник университетында белем алғанда уҡ ирекмәндәр хәрәкәте ойошторған, етем балаларға, оло йәштәгеләргә ярҙам күрһәткәндәр. “Еңеү ирекмәндәре” хәрәкәте эшендә лә ҡатнашҡан.

 

Пандемия ваҡытында иһә эшмәкәрлеген тағы ла әүҙемләштергән, сөнки үҙҡурсаланыу осоронда бигерәк тә был эшмәкәрлеккә ихтыяж ҙур булғанын, кешеләргә аҙыҡ-түлек, дарыуҙар, һаҡланыу саралары еткергәндәрен беләбеҙ.

 

 – Ҡайҙарға ғына барманым – һанап бөткөһөҙ. Әммә коронавирус менән сирләгән кешене һәм “ҡыҙыл зона”ла эшләгән табиптарҙы осратҡандан һуң тиҙ арала COVID-19-ҙан прививка яһаттым. Кешеләрҙең сирҙе ни тиклем ауыр кисергәнен, табиптарҙың бар көсөнә эшләгәнен күргәс, үҙеңде һәм эргә-тирәләгеләрҙе һаҡлау өсөн мотлаҡ вакцина яһатырға тейеш икәнлекте нығыраҡ төшөндөм. Беҙ бит күп балалы ғаиләләргә лә, оло йәштәгеләргә лә барабыҙ, аралашабыҙ, - ти ирекмән.

 

Бөгөн республикала ирекмәндәр рәтендә 8000 самаһы кеше иҫәпләнә. Улар пандемияның тәүге көнөнән алып халыҡҡа ярҙам күрһәтә, бөгөн, шулай уҡ, вакцинациялау пункттарына барып етергә лә булышлыҡ итә. Ғәҙәттән тыш хәлдәр булғанда ла ситтә ҡалмайҙар. Мәҫәлән, яҙ ирекмәндәр һыу баҫыуҙан зыян күргәндәргә ярҙам күрһәткән. Ә июнь аҙағында көслө дауыл эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашҡандар.

 

Берҙәм ирекмәндәр штабына эш көндәрендә 9 - 18 сәғәттәрҙә 8-800-201-89-03 номеры буйынса бушлай шылтыратырға мөмкин.

 

Фото рәсми сығанаҡтан.

 

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас