Сәләмәт булайыҡ
4 Август 2021, 05:47

“Айыҡ ауыл”дарҙа спиртлы эсемлектәр һатыуҙы тыймаҡсылар

Йәмәғәтселәр “Айыҡ ауыл” исемен йөрөткән биләмәлә кешеләр сәләмәт тормош алып барырға тейеш тигән фекерҙә. Уларға ингән ерҙә был ауылдың “Айыҡ” тип танылыуы һәм бында спиртлы эсемлектәр һатыу һәм файҙаланыу тыйыла тигән баннерҙар ҡуйыу кәрәк.

“Айыҡ ауыл”дарҙа спиртлы эсемлектәр һатыуҙы тыймаҡсылар“Айыҡ ауыл”дарҙа спиртлы эсемлектәр һатыуҙы тыймаҡсылар
“Айыҡ ауыл”дарҙа спиртлы эсемлектәр һатыуҙы тыймаҡсылар

Башҡортостан йәмәғәтселеге “Айыҡ ауыл” республика конкурсында еңгән ауылдарҙа алкоголь һатыуҙы сикләү мөмкинлеген тикшерә. Йыл һайын еңеүселәргә 2-нән 5 миллион һумға тиклем сертификаттар тапшырыла, урындағы халыҡ уны төҙөкләндереү өсөн тотона. Яҡшы үҙгәрештәр өсөн урындағы хакимиәттәр ҙә үҙ өлөшөн индерә.

“Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, айыҡ тип танылған ауылдарҙа ла спиртлы эсемлектәр һатыу һәм эсеүҙе дауам итәләр, шул иҫәптән суррогат алкоголде лә. Улай булырға тейеш түгел. Улар үҙҙәренең исеменә тура килергә һәм ысынлап та айыҡ булырға тейеш”, – тип иҫәпләй Дәүләт Думаһының етенсе саҡырылыш депутаты Зариф Байғусҡаров.

Уның фекере буйынса, был проблеманы ҡануниәт кимәлендә хәл итеп була. Башҡортостанда халыҡ ҡарары нигеҙендә аныҡ бер ауылда алкоголь һатыуҙы тыйыу рөхсәт ителгән закон ҡабул ителгән. Тик әлегә тиклем бер ауылда ла, шул иҫәптән “Айыҡ ауыл”дарҙа ла бындай тыйыу билдәләнмәгән.

Һатыуҙы сикләү мәсьәләһен конкурста 2019 һәм 2020 йылдарҙа еңгән ауыл кешеләре лә өйрәнә. Мәҫәлән, халыҡ сходтары Ейәнсура районының Башҡорт Үргене, Хәйбулла районының Әбүбәкер, Әбйәлил районының Таштимер, Күгәрсен районының Исем, Бөрйән районының Берәтәк, Көйөргәҙе районының Яҡут ауылдарында үтте.

“Ауыл халҡы башлыса спиртлы эсемлектәр һатыуҙы тыйыу яҡлы. Араларында быға ҡаршылар ҙа юҡ түгел. Ҡайһы бер ауылдар уйлашырға һәм ҡарар ҡабул итер өсөн ваҡыт һораған”, – ти депутат.

Был идеяны Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты Президиумы ағзаһы, БДМУ профессоры, республиканың атҡаҙанған табибы Сәлиә Мырҙабаева ла хуплаған. Уның белдереүенсә, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында июндә үткән кәңәшмәлә тап ошо темаға арналған һөйләшеү булған.

“Беҙ йәмәғәтселәргә “Айыҡ ауыл” конкурсында еңгән ауылдарҙа спиртлы эсемлектәр һатыуҙы тыйҙырыуға өлгәшеүҙе тәҡдим итәбеҙ. Төбәк законы бындай мөмкинлек бирә, тик халыҡ сходы ҡарар ҡабул итергә тейеш”, – ти Сәлиә Мырҙабаева.

Йәмәғәтселәр “Айыҡ ауыл” исемен йөрөткән биләмәлә кешеләр сәләмәт тормош алып барырға тейеш тигән фекерҙә. Уларға ингән ерҙә был ауылдың “Айыҡ” тип танылыуы һәм бында спиртлы эсемлектәр һатыу һәм файҙаланыу тыйыла тигән баннерҙар ҡуйыу кәрәк.

Фото рәсми сығанаҡтарҙан. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас