

Учалы районында “Сәләмәт ауыл” республика проектына ярашлы, “Вакцина яһаттығыҙмы? Ә һеҙ?”флешмобы үтте. Яңы коронавирус инфекцияһынан прививка яһатҡан ауыл халҡы социаль селтәрҙәрҙә #явакцинировался #общийиммунитет хэштегтары менән фотоларын ҡуя.
–Флешмобтың маҡсаты– үҙ өлгөңдә прививка яһатыуҙың мөһимлеген һәм тәьҫирлеген күрһәтеү. Беҙ вакцина яһатһаҡ, үҙебеҙҙе генә түгел, тирә яғыбыҙҙағы бөтә кешеләрҙе вирустан яҡлаясаҡбыҙ тигән һүҙ, – ти район Советы секретары Зариф Ғарипов. Ул эстафетаны Ахун, Ҡунаҡбай, Поляковка ауыл биләмәләрендә йәшәүселәргә тапшырҙы.
Башланғысты ҡаланың медицина һәм социаль учреждениелары етәкселәре хуплап ҡаршы алды.
– Вакцинация – коронавирус инфекцияһы менән көрәштә иң тәьҫирле ысул. Прививка яһатҡандар сирләгән осраҡта ла, еңел үткәрә, өҙлөгөүҙәр кисермәй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн реанимацияла ятҡандарҙың күпселеге вакцина ҡаҙатмаған кешеләр. Шуға күрә прививка яһатыуҙы оҙаҡҡа һуҙмағыҙ, үҙегеҙҙе вирус йоҡтороуҙан, ҡаты сирҙән һаҡлағыҙ, – ти Учалы үҙәк район дауаханаһының баш табибы Әлиә Зөлҡәрнәйева.
Флешмобҡа теләгән һәр кем ҡушыла ала. Бының өсөн социаль селтәрҙәрҙә фотоларығыҙҙы #явакцинировался, #общийиммунитет хештегы менән урынлаштырығыҙ йәиһә фотоғыҙҙы uchaly63@mail.ru электрон адресына ебәрегеҙ.
Фото: VK.com