

Республикала пандемия башланғандан алып коронавирустан 805 кеше һәләк булды. Һуңғы тәүлектә йәнә туғыҙ ауырыуҙың сирҙе еңә алмай вафат булыуы тураһында хәбәр иттеләр. Йәй айҙарында вирус ҡорбандарының артыуы хәүеф тыуҙыра, бындай көсөргәнешле хәлдең, ҙур юғалтыуҙарҙың булғаны юҡ ине әле.
Республикала бөтәһе 49 285 сирҙе йоҡтороу осрағы теркәлгән. Һуңғы тәүлектә 257 кешенең сирҙе эләктереүе асыҡланған. 228 ауырыу һауыҡҡан. Прививкалау кампанияһы дауам итә, вакцинаның беренсе компонентын 962 033 кеше яһатҡан. 721 257 кеше прививканы тулыһынса эшләткән.
Рәсәйҙә тәүлек эсендә тағы 22 589 кешенең сирҙе йоҡтороуы билдәле. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 790 пациентты табиптар ҡотҡара алмаған.
Фото:togliatti24.ru