Сәләмәт булайыҡ
4 Август 2021, 17:30

Сибай уҡытыусылары вакцина яһата

Сибай ҡалаһы уҡытыусылары коллектив менән прививка яһатыу кампанияһына ҡушылған.

Сибай уҡытыусылары вакцина яһатаСибай уҡытыусылары вакцина яһата
Сибай уҡытыусылары вакцина яһата

Белем көнө башланырға һанаулы ғына көндәр ҡалды.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы ваҡытта коронавирус йәштәр ҙе лә аямай,  ковид-госпиталдә ятыусы ауырыуҙар араһында балаларҙың да булыуы хәүефләндерә.

Шуға күрә мәктәп уҡыусыларын был афәттән һаҡлап ҡалыу юлын тик коллектив вакцина яһатыуҙа икәнлеген яҡшы аңлаған Сибай уҡытыусылары коллектив менән прививка яһатыу кампанияһына дәррәү ҡушылды. Яңы уҡыу йылы башланыр алдынан мәғариф идаралығының 50 хеҙмәткәре “Спутник V” прививкаһының беренсе компонентын эшләтте.
-Коронавирус инфекцияһына ҡаршы тороу маҡсатында беҙҙең мәғариф идаралығы етәкселеге махсус ҡарар сығарҙы. Уға ярашлы идаралыҡтың барлыҡ хеҙмәткәрҙәре, шул иҫәптән ведомство ҡарамағындағы учреждениеларҙа эшләүселәр  вакцинациялау үтергә тейеш. Ошонан сығып педагогтар прививканың тәүге компонентын яһатты. Уҡыу йылы башланыуға уның уның икенсе этабын ла үтеп бөтәсәктәр, - тине мәғариф идаралығының кадрҙар менән тәьмин итеүҙе ойоштороу бүлеге етәксеһе Римма Минишева.

Ҡала педагогтарына прививка яһау өсөн мобиль пункт булдырыуҙа үҙәк дауахана белгестәре ярҙам күрһәтә.

Әлеге ваҡытта ҡаланың мәғариф өлкәһендә 1300-ҙән ашыу кеше эшләй. Уларҙың күбеһе  яҙ уҡ вакцинация үткән. Әлеге ваҡытта ҡалғандар ҙа мөһим сараға ҡушылған. Тимәк, ата-әсәләргә яңы уҡыу йылын хәүефләнеп ҡаршыларға кәрәкмәй, уларҙың балаларын сирҙән ҡурсаланған уҡытыусылар ҡаршы аласаҡ.

Фото:riavrn.ru

Автор:Карима Усманова
Читайте нас