Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
5 Август 2021, 21:00

Алһыу – “Йәшел сауҡалыҡ”ҡа, Әлфиә – “Танып”ҡа...

Бөгөн шифаханала ял итеү өсөн 22 путевка үҙ хужаһына тапшырылды. Приздарҙы республиканың һигеҙ шифаханаһы әҙерләгән.

Алһыу – “Йәшел сауҡалыҡ”ҡа, Әлфиә – “Танып”ҡа...
Алһыу – “Йәшел сауҡалыҡ”ҡа, Әлфиә – “Танып”ҡа...

“Торатау” конгресс-холында 14 июлдә асылған Волга буйы округындағы иң эре вакцинация пунктында бөгөн күңелле сара: прививка яһатҡандар араһында үткәрелгән путевкалар отошонда еңгән өфөләр бүләк алырға килгән! Быныһы бүләктәр отошоноң икенсе этабы, тәүгеһендә, вакцина яһатып, ун кешенең айфон отҡанын һәм өфөлө Тамара Александровнаның фатирлы булыуын ишетеп ҡыуанғайныҡ.  Сараны ойошторған Өфө ҡалаһы үҫешенең йәмәғәт фонды бөгөн тағы бәхетлеләрҙе ҡаршы алды.

– Бөгөн шифаханала ял итеү өсөн 22 путевка үҙ хужаһына  тапшырыласаҡ. Приздарҙы республиканың һигеҙ шифаханаһы әҙерләне: “Янғантау”, “Яҡтыкүл”, “Танып”, “Талҡаҫ”, “Красноусол”, “Ҡарағай”, “Йәшел сауҡалыҡ”,”Асы”. Отоштоң киләһе этабында сараға “Йоматау” шифаханаһы ла ҡушыласаҡ, – тине Башҡортостан шифаханалары ассоциацияһы рәйесе Арсен Искәндәров.

Өфө үҫеше йәмғиәт фонды директоры Ольга Панчихина әйтеүенсә, вакцина яһатҡандарҙы дәртләндереү өсөн ойошторолған сараға ҡарата тәүҙә ышанмаусанлыҡ та күҙәтелгән. Байтаҡ кеше “Торатау” конгресс-холында вакцинация пункты эшләүен хуплап ҡаршы алған. Шылтыратыусылар, кәңәш һораусылар, фекерҙәре менән уртаҡлашыусылар байтаҡ булған. Еңеүселәрҙең береһе менән дә таныш булмауға ҡарамаҫтан, һәр береһенә шылтыратып сараға килеүен һораған. “Бүләк путевкаларҙың тәғәйен исемләнмәүе лә уңайлы, отҡан кеше шифаханаға үҙе бара алмаһа, яҡын кешеләренең береһен ебәрә ала. Путевкалар түләүһеҙ, ҡайһы берҙәре менән декабрь айында ла ял итеү мөмкинлеге бар, – ти Ольга Юрьевна. – Күптәрҙән ошо вакцина пунктын ойошторған өсөн рәхмәт һүҙҙәрен ишетергә тура килә. “Бында уңайлы, хәүефһеҙ, таҙа, иң мөһиме, сират юҡ”, – тиҙәр.  Беҙҙә бит “йүкә телефон” яҡшы эшләй, яҡындарына вакцина пунктының яҡшы эшләүе тураһында хәбәр итәләр, ошонда килеп прививка яһатыуҙы тәҡдим итәләр”.

Кемдер отошта ҡатнашып, әлегә бәхет йылмаймаған икән, күңелегеҙҙе төшөрмәгеҙ, киләһе этаптарҙа ҡатнашыу хоҡуғығыҙ бар. Тәүге еңеүселәр менән беҙ ҙә таныштыҡ, уңыштары менән ҡотланыҡ.

Алһыу Йосопова Өфө ҡалаһының мәғариф идаралығында белгес булып эшләй, яңы асылған вакцинация пунктына беренсе көндә үк килеп прививка яһатҡан. “Шифаханаға путевка оттоғоҙ, ҡотлайбыҙ, тигәс, ышанмай торҙом. Минең өсөн иң мөһиме вакцина яһатыу ине, ә путевка отоу тураһында уйлап та ҡараманым. Кәйефте күтәрҙеләр!” – ти Алһыу. Ул бөгөн “Йәшел сауҡалыҡ”ҡа сертификат алды. Әлфиә Һөйөндөкова Балалар экология-биология үҙәге директоры булып эшләй, ғаиләһендә беренсе булып прививка яһатҡан. Бөгөн ул “Танып” шифаханаһына путевка отто!

Акция дауам итә, 14 һәм 28 августа үткәреләсәк отошта ҡатнашыу өсөн һуң түгел.

Фото: bashinform.ru

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: