

“Роспотребнадзор” етәксеһе Анна Попова илдә коронавирус менән хәлдең көсөргәнешле булыуын белдерҙе. Республикала шулай уҡ сирҙе йоҡтороу һәм үлем осраҡтары артыуын дауам итә. Биш көн эсендә өс көн рәттән 9 үлем осрағы теркәлеүе хафаға һалды.
Пандемия башланғандан алып республиканың 805 кешеһенең ғүмерен ошо мәкерле вирус ҡыйҙы. Шуларҙың араһында 643 кеше 60 йәштән өлкәндәр категорияһына ҡарай. Уйланырға урын бар. Тимәк, өлкәндәрҙең һаулығын һаҡлау өсөн улар араһында вакцинацияны киңерәк йәйелдереү мотлаҡ. Был хаҡта Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко ла белдерҙе.
Бөгөн, 5 августа, Дим биҫтәһенең “Сағыу” микрорайонында вакцинациялау пункты эшләй башлаясаҡ. Ул Столяров урамы буйлап ингән урында 16 сәғәттән 20 сәғәткә тиклем халыҡты ҡабул итәсәк.
Рәсәйҙә көн һайын 22 меңдән ашыу сир йоҡтороу, 800-гә яҡын үлем осрағы теркәлә, Ҡырымда бер аҙнала 73 ауырыу вафат булған, тип хәбәр итә ТАСС.
“Роспотребнадзор”етәксеһе Анна Попова әйтеүенсә, Рәсәйҙә етештерелгән вакциналар COVID-19 вирусының яңы штамдарынан һаҡлай. Бары вакцинацияның ғына кешелекте бәлә-ҡазаларҙан һаҡлап ҡаласағы көн кеүек асыҡ, быға тарихта дәлилдәр етерлек.
Фото:”Башинформ”.