

Төбәктә барған “Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһында күсмә Сәләмәтлек үҙәктәре һәм ФАП-тар, флюографтар һәм маммографтар, Ғ.Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының, Республика кардиология үҙәгенең диагностика үҙәктәре, Республика стоматология поликлиникаһы модуле ҡатнаша.
Белгес-табиптар төркөмөнә терапевт, хирург, акушер-гинеколог, онколог, кардиолог, офтальмолог, уролог, невролог, стоматолог, эндокринолог һәм башҡалар инде. Сара барышында бөтә райондарҙа ауыл халҡы белгестәрҙән консультация алып, медицина тикшереүе үтә, тәүге медицина ярҙамына эйә була ала.
Акция башланғандан алып табиптар 53 892 кешене ҡабул иткән, 31 357 тикшереү, шул иҫәптән 19 692 флюорография, 11 665 маммография үткәрелгән.
2285 кешенең ҡанында глюкоза, 3158-ендә холестерин кимәле, 4994-ендә ҡан баҫымы юғары булған, 3454 кешелә һимереү сире асыҡланған. 1837 социаль әһәмиәтле ауырыу теркәлгән, шул иҫәптән 377 кешенең – яман шеш, 260-ы – шәкәр диабеты, 34-е – туберкулез, 1166-һының гипертония менән сирләүе ихтимал, бер кешелә миокрад инфаркты асыҡланған. Бындай ауырыуҙар диагнозын аныҡ билдәләү өсөн өҫтәмә тикшереүгә ебәрелгән.
Әле бригадалар алты районда графикка ярашлы эшен дауам итә:
- Өфө маршруты – Кушнарен районында эшен дауам итә (9-11 августа– Иҫке Туҡмаҡлы, 12-13 августа – Иҫке Ҡамышлы ауылдарында);
- Дыуан маршруты – Дыуан районында эшләй (9-13 августа Дыуан ауылында);
- Нефтекама маршруты – Ҡалтасы районында эш башлай (9-10 августа – Иҫке Йәш, 11-13 августа – Ҙур Ҡасаҡ ауылдарында);
- Октябрьский маршруты – Бишбүләк районында (9-10 августа – Айыт, 11-13 августа Михайловка ауылдарында);
- Стәрлетамаҡ маршруты – Стәрлебаш районында эшен дауам итә (9-10 августа – Түбәнге Аллағыуат), унан Федоровка районына күсә (11-13 августа Үрге Яуышта була);
- Белорет маршруты Баймаҡ районында эшен тамамлай: 9-11 августа– Йомаш ауылында, 12-13 августа Ишбирҙе ауылында халыҡты ҡабул итәсәктәр.
“Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһы барышында 9913 кеше, шул иҫәптән 60 йәштән өлкән 3736 кеше вакцинацияның тәүге этабын үткән, 5312 кеше (2109 өлкән йәштәге кеше) вакцинаның ике компонентын да яһатҡан.
Фото Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан.