

Яңыраҡ социаль селтәрҙә Иглин үҙәк район дауаханаһында белгестәр етешмәүе тураһында хәбәр таралды. Дауахананың баш табибы Жанна Карунас әйтеүенсә, һәр ерҙә кадрҙарҙың етешмәүе тураһындағы хәбәр ысынбарлыҡҡа тура килмәй. Йәйге ял, медицина хеҙмәткәрҙәренең ауырып китеүе, сирлеләрҙең артыуы менән бәйле, ысынлап та, табиптарға көсөргәнеш артҡан. Әммә был кадрҙарға тулыһынса ҡытлыҡ тигәнде аңлатмай.
– Дауаханала эшлекле хәл. Хәҙерге ваҡытта тәүге медицина-санитар ярҙамды тәьмин итеү өсөн, норматив документтарға ярашлы, ФАП фельдшерҙарына табиптарҙың айырым функциялары һалынған, улар район поликлиникаһында пациенттарҙы ҡабул итә, – тип хәбәр итә баш табип. - Кадрҙар проблемаһын ниндәйҙер кимәлдә маҡсатлы уҡыу программаһы хәл итәсәк. Яҡын арала үҙәк дауахана йәш белгестәрҙе ҡабул итәсәк.
Август урталарында, аккредитация процедураһы тамамланыу менән, стационар һәм поликлиникаға 19 тар белгес эшкә алынасаҡ, был үҙ йәһәтендә табиптарға ҡытлыҡты һәм көсөргәнеште кәметәсәк, тигән фекер белдерә Жанна Карунас.
– Маҡсатлы уҡыу – һаулыҡ һаҡлау, шулай уҡ мәғариф, ауыл хужалығы кеүек өлкәләрҙә кәрәк булған кадрҙарҙы ҡайтарыуҙа яҡшы инструмент, – тип иҫәпләй Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Эльвира Айытҡолова. – Иглин миҫалында “маҡсатлы” белем алыусыларҙың, дауаханаларҙың һәм муниципалитеттарҙың хоҡуҡтары һәм бурыстары билдәләнгән “Мәғариф тураһында” федераль закондың эшләүен күрәбеҙ. Белгестәр уҡыуҙарын тамамлап, тыуған яҡтарына ҡайтҡандан һуң район хакимиәттәре иңенә маҡсатлы уҡыу тураһында килешеү буйынса белгестәрҙе ошонда еректереү бурысы ята. Ә бының өсөн уңайлы йәшәү шарттары, сифатлы эш һәм ял урындары булырға тейеш. Тәүге звеноға ярҙам итеү, бөтә тораҡтар халҡының медицина ярҙамынан файҙаланыу мөмкинлеген тәьмин итеү – “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының төп бурысы ,– ти Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай вице-спикеры Эльвира Айытҡолова.
Иглин районының почетлы гражданы Вера Старухина ҙур түҙемһеҙлек менән йәш белгестәрҙең килеүен көтә.
– Районда йәшәгәндәр арта. Шуға ярашлы, дауахана хеҙмәткәрҙәре һаны ла үҫергә тейеш, әлегә тар белгестәрҙең етешмәүе һиҙелә, - ти Вера Старухина. – Шулай ҙа һуңғы ваҡытта Иглин үҙәк район дауаханаһының яңырыуын билдәләргә кәрәк. Күптән көткән ремонт башҡарылды, балалар поликлиникаһы яҡшы яҡҡа үҙгәрҙе – киңәйә төштө, кабинеттар артты. Хәҙер мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн уңайлы мөхит булдырыу буйынса эш бара. Яңыраҡ дауаханала ятып сыҡтым, пациенттар өсөн дә, табиптар өсөн дә шарттар яҡшырғанын күрҙем.
“Һаулыҡ һаҡлау системаһының медицина ойошмаларын квалификациялы кадрҙар менән тәьмин итеү” төбәк проектына ярашлы, башҡа ылыҡтырғыс саралар ҙа ҡаралған. Шулар араһында иң әһәмиәтлеһе – “Ауыл табибы” һәм “Ауыл фельдшеры” программалары. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың һаулыҡ һаҡлау, социаль сәйәсәт һәм ветерандар эше буйынса комитетта медицина хеҙмәттәре сифатын яҡшыртыу, дауаханаларҙы кадрҙар менән тәьмин итеү мәсьәләләре буйынса фекер алышыуҙар дауам итә.
Фото:VK.c0m