Сәләмәт булайыҡ
6 Август 2021, 07:56

Өҙлөгөүҙәрҙе нисек булдырмаҫҡа?

anna-boginskaya.ruanna-boginskaya.ru
Фото:anna-boginskaya.ru

 Һаулыҡ һаҡлау министрлығы яңы коронавирус инфекцияһын кисергәндән һуң өҙлөгөүҙәрҙе булдырмау буйынса халыҡ өсөн белешмә әҙерләне.

 * Коронавирус инфекцияһы менән ауырығандан һуң ниндәй эҙемтәләр булыуы ихтимал?

COVID-19 эҙемтәләренең бер варианты – ковидтан һуң барлыҡҡа килгән синдром. Был – тотороҡло билдәләр йәки улар күренгәндән һуң дүрт аҙна дауамындағы оҙайлы өҙлөгөүҙәр. Һеҙҙең иғтибарға яңы коронавирус инфекцияһын үткәргәндән һуң етди өҙлөгөүҙәрҙең  ниндәй йышлыҡта булыуы мөмкинлеге хаҡында мәғлүмәт тәҡдим итәбеҙ: тромбоздар – 20-30%, тын ҡыҫылыу – 31,7%, йүтәл – 13,5%, күкрәк ауыртыуы һәм тахикардия – 12,7%.

Был билдәләр тәү сиратта йөрәк-ҡан тамырҙары һәм тын алыу юлдары эшмәкәрлегендәге үҙгәрештәр тураһында һөйләй. Быларҙан тыш та кешенең үҙендә сирҙең башҡа ауыр эҙемтәләрен тойоуы мөмкин.

* Бынан нисек ҡотолорға?

Үҙгәрештәрҙе ваҡытында асыҡлау һәм өҙлөгөүҙәрҙе булдырмау сараларын күрергә кәрәк. 2021 йылдың 1 июленән Рәсәй биләмәһендә тәрәнәйтелгән диспансерлаштырыу башланды. Тап ошо сара өҙлөгөүҙәрҙе ваҡытында асыҡларға һәм уларҙың аҙыуын иҫкәртергә ярҙам итәсәк. Диспансерлаштырыуҙы йәшәгән урын буйынса теркәлгән поликлиникала үтергә мөмкин. Үҙегеҙ менән паспорт һәм полис алыу кәрәк.

* Диспансерлаштырыуға ниндәй медицина ысулдары инә?

Тәүге этаптағы саралар медицина тикшереүен үтергә килгән һәр кемгә ҡағыла. Икенсе этаптағы тикшереүҙәр күләме тәүгеһенең һөҙөмтәләренә бәйле. Беренсе этап пациенттың төп дәғүәләрен эсенә алған анкета тултырыуҙан, сатурацияны тикшереүҙән башлана. Ҡандың кислородҡа туйыныу кимәлен белеү тын алыу эшмәкәрлегендәге тайпылыштарҙы асыҡлаясаҡ. Алты минут атлап йөрөү менән үткәрелгән тест йөрәк-ҡан тамырҙары системаһын тикшереүгә йүнәлтелгән. Спирометрия тын алыу эшмәкәрлеген баһалау өсөн үткәрелә. Күкрәк ситлеге рентгенографияһы йыл дауамында был тикшереүҙе үтмәгәндәр өсөн тәғәйенләнә. Ҡанда Д-димер концентрацияһын билдәләү коронавирус сирен уртаса йәки унан да ауырыраҡ үткәргәндәрҙә тромбоздар хәүефен асыҡлау өсөн башҡарыла. Ҡандың дөйөм клиник анализы ҡайһы бер билдәләрҙе асыҡлау өсөн мөһим, мәҫәлән, арыу-талсығыу сәбәбен билдәләү өсөн. Ҡандың биохимик анализы ете күрһәткесте үҙ эсенә ала һәм организмдағы кире үҙгәрештәрҙе асыҡларға ярҙам итә.

Икенсе этаптағы медицина тикшереүе айырым ағзаларҙағы көсәйә барған өҙлөгөүҙәрҙе асыҡлауға һәм иҫкәртеүгә булышлыҡ итә. Эхокардиография йөрәк һәм ҡан тамырҙары эшмәкәрлегендәге тайпылыштарҙы асыҡлай, аяҡтарҙағы ҡан тамырҙарын дуплекслы сканлаштырыу тромбоздарҙы иҫкәртә, компьютер томографияһы үпкә һәм тын алыу юлдарын тикшереүгә йүнәлтелгән.

* Иҫкәртеү маҡсатындағы медицина диспансерлаштырыуын быйыл үткән кеше тәрәнәйтелгән диспансерлаш­тырыуҙы үтә аламы?

Эйе. Тәрәнәйтелгән диспансерлаштырыу – үҙаллы сара, ул иҫкәртеү медицина тикшереүе менән бәйләнмәгән.

 

- Гүзәлиә БАЛТАБАЕВА әҙерләне.

 

Читайте нас